Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” тигән почетлы исем биреү хөрмәтенә уның Ленин майҙанында байрам салюты булды. Урындағы хакимиәттән белдереүҙәренсә, ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы 800-ҙән ашыу залп бирелгән.
Рәсәй Президентының 2 июлдәге Указы менән “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исеменә илебеҙҙең 20 ҡалаһы лайыҡ булды. Өфө һәм республика халҡы Өфөгә ошо исемде биреүҙе хуплап, 1,2 миллиондан ашыу ҡултамға йыйҙы.