Бығаса һин дә мин йөрөгән Мәрхәбә инәй, ҡаты сирләп, аяҡтан яҙҙы. Ауыҙына тәғәм ризыҡ алмаҫ булды. Ҡорот менән генә әҫтәт итеп, үҙәк ялғаған әсәһенә ҡарап, Гөлъямалдың йәне өҙгәләнде. “Ашығыс ярҙам” саҡырып, дауаханаға алып барғайны ла әсәһен, табип: “Һеҙ нимә, был йәштә кеше ауырымай буламы? Ҡартлыҡ ғәләмәте, ундай сирлеләрҙе ҡабул итә алмайбыҙ”, – тине дорфа ғына итеп.
– Нисек инде?! Һеҙҙеңсә, етмеште уҙған кеше ярҙамһыҙ ятып үлергә тейешме? – тип, ҡатыраҡ яуап ҡайтарғас, Мәрхәбә инәйҙе анализдар тапшырырға лабораторияға ебәрҙеләр.
– О-о-о! Ҡарсыҡты йыһанға осорорға була әле! Анализдары йәштәрҙекенән былайыраҡ! – тип яһалма шарҡылдап көлдө табип, һөҙөмтәләр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәрен Гөлъямалдың танау алдында уйнатып. – Так что, нервылар, нервыла-ар. Өлкән кешегә иғтибар кәрәк, улар бит сабый кеүек. Үпкәләп баралар, ерҙе-юҡҡа рәнйейҙәр...
– Дауаханаға һалып булмаҫмы? Әллә уколдар алһа... шәбәйеп тә китер ине, – тип һорарға мәжбүр булды ҡатынҡай табиптың оҙон тәғәрәккә төшөп киткәнен аңғарып.
Мәрхәбә инәйгә докторҙың һүҙҙәре оҡшап етмәне, әлбиттә. Бәхәс-фәлән ҡуптарырға хәле етмәгәнлектән, шыбырлап тиерлек:
– Улым, нервыларым Алланың биргәненә шөкөр, балалыҡҡа әйләнеп ҡайтмағанмын әле, – тип кенә һүҙ ҡыҫтырҙы.
– Әйтәм бит, нервылар... Оло кешене өйрәнгән урынынан ҡуҙғатыу ҙа һәйбәт түгел, хәле ауырайып китеүе ихтимал. Бында, тәү сиратта, һеҙҙең иғтибар кәрәк, – тип артабан да сурытмаҡсы булғайны ла табип, кушеткала бөтәһен дә йәне үртәлеп күҙәтеп ятҡан Мәрхәбә әбей:
– Ҡуй, балам, әйҙә, ҡайтайыҡ. Хоҙай биргән сир, насип булһа – йүнәлтер, булмаһа – хәл дә юҡ, – тип ҡыҫтырылырға мәжбүр булды.
...Ҡайтыр яҡҡа такси саҡырттылар. Яҫтар-түшәген рәтләп, әсәһен өйгә индереп һалғас, Гөлъямал:
– Уйланма, әсәкәйем, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Һинең ни әле һелкетә баҫып донъя көтөр йәшең, – тигән булды.
– Мин уйҙанмайым, бына һиңә һалаҡа булып ятыуы ҡыйын. Бер үҙеңә бит бөтәһе лә, – Мәрхәбә әбей ауыр көрһөндө. – Аҙ ауырыу, анһат үлем бирһен инде Аллам...
– Ни һөйләйһең, әсәй?! Үлем хаҡында уйлама ла, төҙәлерһең. Мине яңғыҙ ҡалдырмаҡсыһыңмы ни?!
– Балаларың бар, шөкөр. Яңғыҙ түгелһең.
– Балаларҙың үҙ тормошо. Йылына бер-ике ҡайтып, хәл белеп китһәләр ҙә бик рәхмәт. Ә бына һинең менән көңгөр-ҡаңғыр матур ғына итеп йәшәп ятырға яҙһын... Хәҙер ҡорот иҙеп бирәм, хәл инеп китер, юғиһә тиктән-тик балнис тип сабып арыттым үҙеңде.
Гөлъямал һыуытҡыстан һуңғы киҫәк ҡоротто алып, ҡайнаған һыуҙа иҙҙе, бер аҙ ғына тоҙ өҫтәп, һары май һалып, һәйбәтләп туҡыны ла ағас ҡашыҡ менән әсәһенә эсерә башланы.
– Үҙемә тоттор, яйҙап эсермен, бар, йомошоң менән бул, – тип, Мәрхәбә әбей сынаяҡҡа үрелде.
Әсәһенең хәлһеҙлектән дерелдәгән, ҡан тамырҙары бүлтәйгән ҡулдарына ҡарап, йәне өҙөлә яҙҙы ҡатындың. Ҡайһылай көслө, матур ине ул ҡулдар. Ошо ҡулдар гөрөлдәтеп һыйырын да һауҙы, майын да тасҡаны, туҡмасын да киҫте, икмәген дә бешерҙе. Гөлъямалдың сәстәренән һыйпап, арҡаһынан тупылдатып һөйгән дә ошо ҡулдар ине. Атайҙары йәшләй генә донъя ҡуйғас, бер үҙе дүрт баланы аяҡҡа баҫтырҙы әсәһе. Туғандары хәҙер ҡайһыһы ҡайҙа донъя көтә, тыуған йортта Гөлъямал тороп ҡалды. Тормошҡа ла ауыл егетенә сыҡҡайны, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан ерҙән Гөлъямалдың ире ҡапыл гүр эйәһе булды. Ҡапыл, тип, эсеүгә әллә ни барымы юҡ Шафиғы ағыулы спирт эсеп һәләк булып ҡуйҙы. Теге остағы, халыҡ ул яҡты “Чечня” тип йөрөтә, Нурисафаға утын апарған, уныһы аш янына “мәй”ен дә ултыртҡан. Әллә арыуын баҫырға уйлап, әллә хужабикәнең ҡыҫтауына ҡаршы тора алмай, бер стаканды төп күтәрә эсеп тә ебәргән, ауып та киткән, бахырҡай. Ире китеп барғас, мал ҡарауы ауырлашты, бесән үҙе бер баш ҡайғыһына әйләнде. Пенсияға сыҡһа ла, етешмәгән донъяны етештерәм, тип, һаман әлеге шул мәктәбендә эшләп йөрөүе Гөлъямалдың. Үҙ балалары үҫеп, осор ҡоштай таралышҡас, һыйырҙарын бөтөрөп, ваҡ малға ғына ҡарап ҡалдылар. Шуға ла ҡоротона тиклем һатып алырға тура килә. Ҡорот, тигәндән баҙарға барып әйләнергә кәрәк, әле бар, әле юҡ, юғиһә. Ауылда ла хәҙер ҡорот ҡайната һалып бармайҙар, үҙенән артҡанын һөтләтә һатып, аҡса эшләйҙәр. Һыйырһыҙ ни тиклем ауыр икәнлеген Гөлъямал йәнә әсенеп уйлап алды. “Эсеп үлгән” тигән яманатын ҡалдырған Шафиғына рәнйене. Һөйрәлеп йөрөп эскәндәрҙең, ана, әле лә шул йөрөүҙәре һәптәндәп. Әллә ниҙә бер ауыҙына алған Шафиғы юҡ. Аскернәһе сығып, сит-ят бисә һонған стаканға үрелмәһә лә була ине лә бит... Нурисафаны теге ваҡытта утыҙ меңгә штрафҡа тарттырғандар, имеш, тигән хәбәр сыҡты ла ул ауылда, мәҙәниәтте үҙенсә “күтәргән” клуб мөдире көмөшкә, спирт менән нисек һатыу иткән – шулай дауам итә эшен...
Баҙарҙа ҡорот күренмәне. Һөт һатып торған бисәләргә үтенесен еткергәс, тегеләре: “Ярай, ҡайнатҡас та алып сығырмын”, – тиеште. Әсәһе ҡороттан башҡаһын ауыҙына ҡапмаһа ла, Гөлъямал ҡыҙыл эремсек алған булды. Әллә әжекәй күңеленә ятыр әсәкәйенең. Исмаһам, ашҡаҙанын да тикшереп ҡараманылар, ҡасандыр Гиппократ анты биргәндер бит инде ул табип. Оҡшаш хәлдәрҙе күп ишеткәне бар Гөлъямалдың. Әҙәм балаһының ҡәҙере китте хәҙер. Кеҫәң ҡалын булһа, бөтә ишектәр асыҡ...
Уйҙары йәнә ҡорот тарафтарына күсте. Ҡайҙан, кемдән табырға инде уныһын? Өй беренсә һоранып йөрөүе лә яйһыҙ бит әле. Таба алмаһа, һораныр ҙа, улай тиһәң. Ҡапыл ҡына келт итеп биш саҡрымдағы Бәшәр ауылында йәшәгән әхирәте Рәйфә иҫенә төштө. Бәй, уның йәндәй күргән дуҫы өс һыйыр һауа ла баһа! Ниңә бығаса ул ҡоротто башҡа урындан эҙләп йонсоған?! Ҡырҡ йыл бит инде уларҙың бер-береһен белеүенә. Шафиҡ иҫән саҡта байрам-фәләнде лә гел бергә үткәрҙеләр, йыш аралашып йәшәнеләр. Йәш саҡ, дәртле саҡ ине шул. Ире баҡыйлыҡҡа күскәс, Гөлъямал әхирәтенә юлды һирәгәйтте, Ураҙғоло менән тиң-тигеҙ йәшәп ятҡан Рәйфәне артыҡ борсорға теләмәне. Тегеһе лә хәҙер әллә ни килеп күренмәй. Телефондан ғына бер-береһенең хәл-әхүәлен белешәләр ҙә, үәссәләм.
Күрше әбейҙән әсәһе эргәһендә ултырып тороуын үтенде лә, йүгерә-атлай Бәшәргә сығып китте ҡатын. Аулаҡ юлда транспорт-фәлән күренмәне. Исмаһам, берәйһе ат менән үтһәсе! Бер сәғәттә барып етте Гөлъямал әхирәте йәшәгән ауылға. Матур йәшәй Рәйфә, шуға ҡыуанып та, һоҡланып та бөтә алмай ул. Ишек алды төҙөк, һәр әйбер үҙ урынында. Ураҙғол да донъя ҡәҙерен белгән кеше, ҡатыны ҡулына ауыр эш тейгеҙмәй. Ғаиләлә ир менән ҡатын араһындағы вазифа дөрөҫ бүленһә, тормош тигеҙ тәгәрәй. “Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын”, – тип йырлайҙар ҙа бит, әллә ни эш ҡыйратып булмай шул. Ауылда ни, улай әйләнһәң дә, былай әйләнһәң дә ир ҡулы кәрәк. Әсәһенең: “Ҡатын, ғәйрәтле булып, ҡаҙан ҡайнатмай”, – тиеүе менән нығыраҡ килешә Гөлъямал. Шафиғы иҫән булһа, былай ҡаңғырыр инеме ни ул?! Кәртә артына һалам-бесәне лә бүтәндәрҙекенән алда килеп ултырыр ине, малды ла ишәйтеп көттөләр... Балалары таралып, ул арала ире лә китеп барғас, бесән әҙерләүе бермә-бер ауырлашты. Етмәһә, йыл артынан йылы ҡоро килә, сабынлыҡтан һыйыр менән башмағы туйынырлыҡ бесән дә алып булмай, өҫтәп һатып алырға тура килә. Уныһы әллә күпмегә барып төшә. Гөлъямал һауын кәзәләре көтөп тә ҡарағайны, кәзә – фәҡирҙәр малы, тип ауылдаштарының көлөүенә лә ҡараманы. Тик тегеләре ауыл көтөүенә эйәреп алыҫҡа китеп йөрөй алмай, һөттәре ҡырҡа кәмей. Тау-таш ҡыҙырып, ике йәй рәттән кәзәләрен үҙе көттө ҡатын. Ҡыш етеп, һыуыҡ төшһә, бәрәстәрен өй эсендә тәрбиәләп ыҙаланды. Кәзә бәрәсе сибек, аҙ ғына өшөнһә лә синегеп бара. Инәләренә өйрәнһә лә ҡыйын, һуңынан бәрәсен айырып, кәзәңде һауырмын тимә. Үткән йыл йәй буйы ямғыр күҙе төшмәне. Йылы ла һыуыҡ килде. Үлән йүнләп ҡалҡманы. Әсәһе сирләп китеп, уның менән әле дауаханаға, әле дарыуханаға йүгергеләгән Гөлъямал ана шунда бөтөрҙө лә инде кәзәкәйҙәрен. Аҙаҡ үкенде лә бит. Бигерәген дә оло кәзәһен ярты хаҡҡа һатып алған әҙәмдәрҙең мал-тыуарға мөнәсәбәтен күргәс. Яратҡан кәзәһе урам араһында саңға буталып йөрөнө, яңы хужалары уны төнгөлөккә лә бикләмәй ине, ахыры. Түҙмәне Гөлъямал, кәзәһен кире ҡайтарыуҙарын һораны. “Хәҙер уның хаҡы юғарыраҡ, – тине күҙен дә йоммай ауылдашы. – Һауын кәзәһе күпме тора – шул хаҡҡа бирәм”. Гөлъямалдың аҡсаһы етмәне... Кәртәлә мал-тыуарың торғанда ғына һиҙелмәй икән ул мохтажлыҡ. Хәҙер бына бөтәһен дә һатып алырға тура килә: һөтһөҙ сәй эсеп булмай, май яҡмаһаң икмәк тамаҡҡа торғандай, эремсек-ҡорото ла кәрәк. Аҙ-маҙ аҡсаңды тегеләй һуҙаһың, былай тартаһың, осон-осҡа ялғап көн итәһең шулай. Ярай әле ике-өс һарығын ҡалдырған...
Гөлъямал ишек алдындағы ылашҡа теҙеп ҡуйылған ҡорот йомғаҡтарын күреп, ҡыуанып китте. Эсенә йылы инде: тимәк, әсәһе эргәһенә буш ҡул менән ҡайтмаясаҡ.
– Әйҙә, әйҙә, әхирәт, маҡтап йөрөйһөң, сәй эсергә тора инек, – тип ихлас ҡына ҡаршыланы уны Рәйфә.
– Рәхмәт, Рәйфә. Сәйләп ултырырға ваҡытым юҡ, – Гөлъямалға йәһәтерәк әсәһе янына ҡайтып етергә кәрәк ине. – Оло йомош төштө бит әле, әхирәт. Әсәйемдең тамағына аш бармай, иҙелгән ҡорот менән генә үҙәк ялғай. Биш-алты баш ҡорот кәрәк ине. – Үҙенең ул ҡоротто бушҡа һорамауын тиҙерәк белдерергә теләп, – хаҡын күпме һораһаң да түләйем, – тип әйтә һалды.
– Эй-й, ни бит әле, Магнит баҙарына китергә тора инем...
– Һуң, миңә баҙар хаҡына һат, һис ҡаршылығым юҡ. Ҡиммәтерәк һораһаң да... Бер генә баш булһа ла...
– Ни, миңә мәрйәләр алдан заказ биреп ҡуя бит, иртәгә иртүк баҙарға барырға йыйынам. Өмөтләнеп көтөп торалар, бер һемәйтһәм, икенсе юлы алмай ҡуйырҙар, тием.
– Мин дә һиңә өмөтләнеп килдем, Рәйфә, ишеткәнһеңдер, әсәйем сирләй бит.
– Ҡоротҡа һалышҡан инде Мәрхәбә апай. Ҡорот булмаһа, бүтән ризыҡ та ашай ул.
Гөлъямалдың быуындары хәлһеҙләнде. Нисәмә йылдар йән дуҫы күреп йөрөгән Рәйфәнең ҡылығы шулай тәьҫир иттеме, әллә әсәһенең хәленә инә алмауымы – үҙе лә аңламаны. Хәйер, барыбер түгелме ни... Гүйә, түбә ишелеп төштө. Ишекте асып-япҡан арала Рәйфәнең, йөрөй инде, эшкинмәгән, малын бөтөрҙө лә, тигән һүҙҙәрен айырым-асыҡ ишетеп ҡалды. Бына бит... Дуҫ...
Ҡайтыр юлда мейеһенән мең ҡат уй үтте Гөлъямалдың. Рәйфәгә үҙенсә аҡлау эҙләп тә маташты, шикелле, бер килке, аҡлай алманы. Ә дуҫлашҡан осорҙағы ҡайһы бер ваҡиғалар йөрәген телгеләне, ахыр сиктә, ризаһыҙлығы һаман арта барып, күңелендә оло бер боҙ йомарлағына төйнәлде. Асылда Рәйфә уны бер ваҡытта ла яҡын күрмәгән бит! Гөлъямал ғына ихлас яратҡан, бер туғанылай яҡын иткән Рәйфәне. Хәтеренә дуҫының утыҙ йәшен билдәләгән көндәр килде. Күп йыйғайны ҡунаҡты әхирәте. Йортонда үткәрмәне, кафеға саҡырҙы. Район үҙәгенә. Дөйөм алғанда, байрам бик күңелле үтте. Тик Гөлъямалдың күңелен тырнаған хәл булды. Бүләктән тыш тәмле-татлы күстәнәстәрен дә тейәп килгәйне Гөлъямал менән Шафиҡ. Әхирәте ярата, тип, ҡатын әжекәйҙе күберәк һалып алды. Ләкин байрам өҫтәленә Рәйфә әлеге әжекәйҙе лә, сейәле майҙы ла ҡуйманы. “Ярай, өйөнә алып ҡайтып ашарҙар, үҙе белә”, – тип уйлап ҡына ҡуйғайны ла Гөлъямал, инде бөтәһе лә бейеп, йырлап арығас, өҫтәл артында бер нисә минутҡа ғына тынлыҡ урынлашты. Ул тынлыҡты юбилярҙың сағыу тауышы боҙҙо. Бөтәһе лә ишетерлек итеп әйтте ул, ҙур залда, моғайын, уның һүҙҙәренә иғтибар итмәгән берәү ҙә ҡалмағандыр.
– Әхирәт, һинең күстәнәстәреңде ошондай мәртәбәле ҡунаҡтар алдына ҡуймағанға үпкәләмә, зинһар. Уны мин Кетмәргә генә ырғытырмын инде.
Гөлъямал: “Ниңә?” – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Һин бит һыйырҙарыңды үҙең һаумайһың, Шафиғың һауа. Ә ирҙәр ни... уларҙың ҡулы әллә йыуыла, әллә юҡ. Ир-атҡа түрбашта йөрөү килешмәй ул барыбер, – шулай тине лә Рәйфә, үҙе үк шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Күрәләтә алдыҡтан Гөлъямал телһеҙ ҡалды. Шафиҡ һыйыр һауа, тисе. Нишләп иренән һауҙырып торһон ул һыйырҙарын?! Эйе, бер ваҡыт ниндәйҙер йомош менән Өфөгә киткәнендә ундай хәл булғайны шул.
– Берәүгә лә өндәшеп торма, үҙем һауырмын, үҙем майын да яҙырмын, – тигәйне ул. Уның ҡарауы Гөлъямал тыныс күңел менән йөрөп ҡайтты. Һуңынан Рәйфә: “Донъяңды кемгә ҡалдырҙың һуң?” – тип һорағас, әйтеп ысҡындырғайны: “Үҙ кеше – үҙ кеше инде, донъяны һәйбәт ҡараған, хатта һөттө айыртып, май бешеп ҡуйған”, – тип.
Тәүҙә был хәлгә хәтере ҡалһа ла, тиҙ онотто үпкәһен Гөлъямал. “Тормошта ваҡ-төйәк күп була, һәр нәмәгә артыҡ иғтибар бүлергә ярамай, юғиһә эргәңдә бер кем дә ҡалмаҫ”, – тигәйне ул саҡта әсәһе. Ә Шафиғы юҡ-юҡта иҫкә алды Рәйфәнең тупһыҙлығын. “Ҡайһылай оҫта кәмһетте икебеҙҙе лә”, – тип йәнә бер әйткәнендә Гөлъямал: “Холҡо шулай асыҡ-ярыҡ та инде, уға нимә тип үпкә һаҡлайһың, онот шуны”, – тигәйне, тегеһе: “Юҡ, бисәкәй, был асыҡ-ярыҡлыҡ түгел, ә һине түбәнһетергә теләүҙән. Йәнәһе, һин һыйыр һауа ла белмәйһең... Таҙалыҡҡа килгәндә инде, мин ул Рәйфәңдән күпкә таҙараҡмын”, – тип яуапланы.
Тағы бер ваҡиға хәтеренә килде ҡатындың. Уныһы инде Гөлъямалдың тыуған көнөн билдәләгән мәлдә булды. Күңелле, матур ултырҙылар ул кистә. Гөлъямал һәр ҡотлауҙы, үҙенә төбәлгән һәр маҡтау һүҙен “аванс” һымағыраҡ, тыныс ҡабул итте. Иң аҙаҡтан Рәйфә һүҙ алды.
– Ни тиһәң дә, мин иң яҡын әхирәте бит әле Гөлъямалдың, – тине ул, өҫтәл артында ултырыусыларҙы күҙ уңынан үткәреп. – Был байрамдың “ғәйеплеһен” минең кеүек белгән берәү ҙә юҡ, тимәк. – Рәйфә көрһөнөп алды, унан ихлас йылмайып, дауам итте. – Оҙаҡ уйланым, ниндәй бүләк алырға, тип. Минеңсә, иң һәйбәт бүләк – ул кәрәкле бүләк. Дуҫҡайымдың гел генә аяҡтары өшөп йөрөгәне иҫкә төштө. Ә өшөгән аяҡтарға нимә кәрәк? Эйе, йылы ойоҡбаштар. Ышанаһығыҙмы, ошо нәскиҙәрҙе бер төндә бәйләп өлгөрттөм. Бына, дуҫҡайым, аяҡтарың гел йылыла йөрөһөн, күңелең дә өшөмәһен...
Тәүҙәрәк Рәйфәнең һүҙҙәрен йылмайып тыңлап ултырған Гөлъямал, ҡасан аяҡ өшөүенә зарландым икән һуң мин, тип аптыранды. Сәләмәтлеге арыу ғына булған ҡатын аяҡтары туңып йөрөгәнен дә хәтерләмәй ине. Унан, Гөлъямалдың бәйләмәгән әйбере юҡ, быны әхирәте яҡшы белә. Һәр хәлдә йылы ойоҡбашты ситтән көтөп ултыраһы түгел. Шулай ҙа һыр сисмәне Гөлъямал, рәхмәт әйтеп, бүләкте ҡабул итеп алды, уны үбергә ынтылған Рәйфәгә сикәһен ҡуйҙы...
Ә бер саҡ бөтөнләй аңлайышһыҙ хәл булды. Август кәңәшмәһенән һуң ҡайтырға сыҡтылар. Уҡытыусыларҙы тейәгән автобус тәүҙә Рәйфәләр ауылында туҡтаны. Тап уларҙың йорто тәңгәлендә.
– Биш минутҡа ғына инеп сыҡ әле, әхирәт, – тип шыбырланы Рәйфә Гөлъямалдың ҡолағына. – Һиңә күстәнәс әҙерләгәйнем. – Унан автобус шоферына боролдо. – Перекур, иптәштәр. Гөлъямал Тәлғәтовна хәҙер сыға...
...Автобус эсендә һаҫыҡ еҫ таралды. Кемдер танауын баҫты, кемеһелер башын борғолап, еҫкәнгәндәй итте.
– Әллә тәҙрәнән инә инде мынауы һаҫыҡ еҫ, – тигән булды Гөлъямал эргәһендә ултырған уҡытыусы.
Ниһайәт, Гөлъямалдар тапҡырына килеп туҡтанылар. Ғәҙәттәгесә, ҡатын автобустан рәхмәт әйтеп төштө.
– Рәхмәтең үҙеңә булһын, – тине шул саҡ шофер асыу менән. – Бөтә автобусты һаҫыттың...
Бығаса ни булғанын аңламаған ҡатын өйөнә ҡарай атланы. Килеп инеү менән ире:
– Нимә еҫе сыға ул? – тип, һораулы ҡарашын ҡатынына төбәне.
– Әлләсе... Автобуста ла шулай тиҙәр ине. Мин еҫте һиҙмәгәс ни, – тине бик ныҡ уңайһыҙланып. – Минән түгелдер ҙә ул?
– Әлегәсә һинән хушбуй еҫтәре генә аңҡый торғайны былай, – тине ире уны тынысландырырға теләгәндәй. Табаныңа берәй нәмә йәбешмәгәнме?
Туфли табандары ла таҙа ине Гөлъямалдың. Еҫкәнә торғас, ире ҡатынының сумкаһына ымланы:
Астылар. Унда бысраҡ ҡына сепрәккә төрөлгән ниҙер ята ине. Һаҫыҡ еҫ түҙеп торғоһоҙға әйләнде.
– Был нимә ул? – Шафиҡ әлеге нәмәгә сикәнеп ҡарап торҙо.
– Әллә... Рәйфә күстәнәскә тип, ниҙер һалғайны.
– Һаман шул Рәйфә! – Шафиҡ бармаҡ остары менән “күстәнәс”те тартып сығарҙы. Төргәктең тышына уҡ йыбырлашып килеп сыҡҡан ҡорттарҙы күргәс, Гөлъямал ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе. Оҙаҡ йылыла ятыуҙанмы, малдың эсәк-ҡарыны шулай боҙолған ине.
– Бына был, исмаһам, күстәнәс! – Ире йәһәт кенә ишеккә ыңғайланы. – Бына был, исмаһам, дуҫ!
Сумканы ла ырғытырға тура килде. Тағы әллә ниҙәр иҫенә төштө Гөлъямалдың. Баҡтиһәң, бер нәмә лә онотолмай икән, ә ҡайҙалыр мейе төпкөлөндә йәшеренеп кенә ята-ята ла, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй, бер-бер артлы баш күтәрә, имеш. Тимәк, беҙ дуҫтарҙан барыбер ниҙер көтәбеҙ, тимәк, дуҫлыҡ ябай аралашыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Шулай уҡ иҫәп-хисапҡа ҡоролғанмы ни икән был оло тойғо? Улай тиһәң, Гөлъямал дуҫтарҙы бер ваҡытта ла биләгән вазифаһына, кеҫә ҡалынлығына ҡарап һайламаны бит. Киреһенсә, ундайҙарҙан алыҫыраҡ торорға тырышты. Ә Рәйфә менән уға еңел ине: һөйләшеүе лә, серләшеүе лә... Икеһе лә бер үк һөнәр кешеләре, уртаҡлашыр тәжрибәләре лә етерлек. Тормошҡа ҡараштары, кешеләргә мөнәсәбәттәре лә тура килгеләй. “Ни өсөн минең дуҫым Ул, ә бүтән берәү түгел?”, – тигән икеләнеү һис бер ҡасан Гөлъямалдың башына ла инеп сыҡманы. Тейешле урындарҙа әхирәтен яҡлашты, “атҡаҙанған” исемен юллашты, берәй ярҙам кәрәк булһа, беренсе булып дуҫы эргәһенә ул йүгерҙе... Быларҙы ул ниндәй ҙә иҫәп буйынса эшләмәне, киреһенсә, Рәйфәгә берәй яҡшылыҡ ҡылһа, үҙенең күңеле була, күберәк үҙе ҡыуана ине. Эшләгән игелеге, ярҙамы өсөн бер ниндәй ҙә яуап, хаҡ көтмәне лә бит... Ә бына, баҡтиһәң, әхирәтенең һәр ҡылығы, һәр ым-хәрәкәте хәтер дәфтәренә теҙеп ҡуйылған икән...
Тамам буталды ҡатын уй-фекерҙәр ҡойононда, ярҙамы өсөн – ярҙам, игелеге өсөн игелек көтмәһә лә, ҡайҙалыр күңел төпкөлөндә Рәйфәгә ҡарата ниндәйҙер өмөт, ышаныс йәшәгән була түгелме? Йәнә үҙ-үҙенә ҡаршы төштө Гөлъямал: әгәр һинең ҡыуаныс-бәхетең өсөн шатлана белмәһә, һинең хәсрәтеңде уртаҡлашмаһа, ул дуҫ тигәнең нимәгә кәрәк?! Һирәк-һаяҡ осрашып, һуңғы мода, ҡайһы кибеттә ни һатылғанын, күпме торғанын тикшереү өсөн генәме? Йәки ҡайһы баланың ни ҡылғаны, кемеһенең ата-әсәһе эскегә бирелеүе хаҡында ғына һөйләшер өсөнмө?! Әллә дуҫ кешегә үтә юғары талап ҡуямы? – тигән һорауына эске бер тауыш: “Дуҫҡа талап юғарыраҡ булырға тейештер, юғиһә беҙҙе уратҡан бөтәһе лә дуҫ-иптәшкә әйләнер ине”, – тип өндәште.
Барыбер ҙә яратмаған, яратмай уны әхирәте, һәр даим нисек тә булһа кәмһетергә тырышҡан. Ни өсөн? Бының сәбәбе ҡайҙа? Яҡын итмәгәс, нимә тотҡан уны Гөлъямал эргәһендә? Был һорауы яуапһыҙ ҡалды...
Ауылға килеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалды Гөлъямал. Әсәһенең һораулы ҡарашын күҙ алдына килтерҙе. Тамағына төйөр тығылды. Ни эшләргә... Ни эшләргә?! Ауылда йәшәп, бер баш ҡорот таба алмай, был ниндәй гонаһ шомлоғо?
...Аҙна ла үтмәне, Рәйфә шылтыратты:
– Ҡарәле, әхирәт, “Милләт әсәһе” тигән миҙал сыҡҡан икән. Әле районда шул наградаға лайыҡлыларҙы билдәләү бара. Мине күрһәт әле шунда. Имзалар йыяһыңмы, гәзиткә яҙаһыңмы... Тап инде берәй юлын, һине өйрәтергә түгел.
– Ваҡытым юҡ. Унан, беҙҙең дуҫлыҡтан ваз кистем мин, ғәфү ит, – Гөлъямал шулай әйтеүенә үҙе лә ғәжәпләнде. Бығаса әхирәтенең һәр һүҙенә баш ҡағып ризалашып йәшәгән Гөлъямал.
– Һы... Шул ҡорот өсөнмө?! Баҙарҙан һатып ала алмайһыңмы? Район үҙәгенә йә Магнитҡа бар ҙа ал ине...
Гөлъямал артабан һүҙ ҡуйыртып торманы, телефонын һүндерҙе... Иртәгә – әсәһенең өсө...