Бөтә яңылыҡтар
29 Июнь 2020, 17:39

ЯМАН ШЕШТӘН ҺАҠЛАНЫУ БУЙЫНСА 10 КӘҢӘШ

.

►Тәмәке тартма.
►Алкоголле эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланма.
►Ҡояш нурҙарынан һаҡлан, солярийҙар кәңәш ителмәй.
►Эш урынында хәүефһеҙлек талаптарын үтә.
►Дөрөҫ туҡлан: йәшелсә, емеш-еләк аша.
►Артыҡ кәүҙә ауырлығынан һаҡлан (көнөнә 40 минут булһа ла, физик активлыҡ кәрәк).
►Ҡанлы бүлендектәр, шештәр, төйөрҙәр тойһаң, дауаханаға мөрәжәғәт ит.
►Ир-аттарға: 45 йәштән һуң медицина тикшереүе үтергә кәрәк.
►Ҡатын-ҡыҙҙарға: 35-45 йәштә - ике йылға бер тапҡыр, 45 йәштән һуң - йыл һайын күкрәкте УЗИға төшөрөү, маммография яһатыу мөһим. (Өс һәм унан да күберәк баланы имеҙгән әсәлә күкрәк яман шеше осрағы кәмерәк күҙәтелә).
►20 йәштән һуң һәр ҡатын-ҡыҙ гинекологта тикшереү үтергә тейеш.

Нэркэс Валиуллина

Читайте нас: