Бөтә яңылыҡтар
29 Июнь 2020, 17:56

Ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителерме?

.

Дүртөйлө районының Исмаил ауылында былтыр йәй бер йәшлек улын үлтергән 28 йәшлек ҡатынға ҡарата күптән түгел суд процесы башланды. Был хаҡта “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы хәбәр итте.
2019 йылдың авгусында Исмаил ауылында теркәлгән хәл Башҡортостанды ғына түгел, ә тотош илде тетрәндерҙе. 28 йәшлек Юлиә исемле ике бала әсәһе, бер йәшлек улын үлтереп, ихатаға күмеп ҡуйған булып сыҡты. Башта ул ике тәүлек буйына хоҡуҡ һаҡсыларын, малай өйҙән төн уртаһында юғалды, тип ышандырырға тырыша. Ә был ваҡытта сабыйҙы йөҙҙәрсә кеше — ҡотҡарыусылар, полиция, ирекмәндәр, күршеләр эҙләй.
Хәҙер әсә кеше башҡа һыймаҫлыҡ ғәмәле өсөн суд алдына баҫты. Язанан ҡотолоп булмаясаҡ. Тикшереүселәр, енәйәттең барлыҡ нескәлектәренә төшөнөп, улын үлтергәндә ҡатындың үҙ аҡылында булыуын, барыһын да аңлы рәүештә эшләүен асыҡлаған.
Ханымға ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы янай. Уның биш йәшлек ҡыҙын әлегә бергә йәшәгән ирҙәренең береһе тәрбиәгә алған.

Фото: Tomsk.kp.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: