Бөтә яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 17:01

Шатлыҡ йәштәре тамды...

Райондың өс Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгән йорт янында Еңеү парады үтте.

Еңеү парады бер аҙ һуңлабыраҡ үтеүгә ҡарамаҫтан, район һәм ҡалаларҙа йәшәүсе һуғыш ветерандарына иғтибар кәмемәне. Улар 9 майҙа Еңеү байрамы менән тәбрикләнһә лә, бөгөн дә ветерандар йәшәгән йорт янында парад ойошторолдо.
Бүребай ҡасабаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Шевченко байрам көнәндә өр-яңы фатирлы булып ҡыуанһа, әле ошо йорто эргәһендә йәнә шатлыҡ йәштәре тамды. Ни тиһәң дә оло кешегә бер йылы һүҙ етә шул...
Аҡьярҙа ғүмер кисереүсе һуғыш ветерандары Иҙрис Түләшев менән Фәтҡулла Юламанов өсөн йорттары алдында Еңеү парады ойошторолдо. Сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район ветерандар советы рәйесе Рсбикә Аллағолова һәм башҡалар ҡатнашты. Рөстәм Шәрипов, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, улар алдында барыһы өсөн баш эйәбеҙ, сәләмәтлек теләйбеҙ, тине.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бүләккә мобиль телефондар тапшырылды.
Фото Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: