Бөтә яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 17:20

ӨФӨ ВОКЗАЛЫНДА - БАТЫРҘАР

.

Батырҙар иҫтәлегенә Өфө тимер юл вокзалында 1941 йылдың йәйендә һуғышҡа киткән яугирҙәргә һәйкәл асылды.
- Ошо ерҙән йөҙәр меңләгән яҡташыбыҙ фронтҡа киткән. Башҡорт, рус, татар, сыуаш һәм башҡа телдәрҙә йырҙар яңғыраған. Атайҙар, ирҙәр, улдар, ҡыҙҙар китә, эскерһеҙ ышанып, Бөйөк Еңеү менән иҫән ҡайтыуҙарына ышанып. Әммә 322 мең яҡташыбыҙ яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалды. Беҙҙең яугирҙәрҙең батырлығы һәм ҡаһарманлығы арҡаһында дошман ҡыйратылды. Һәм тағы ла, нәҡ ошо перронға 1945 йылдың йәйендә яугир-еңеүселәр менән эшелондар килгән, - тине Радий Фәрит улы.
Һәйкәл ете һындан тора. Уларҙың һәр береһе төрлө милли кейемдәрҙә эшләнгән.
Олег Яровиков фотоһы

Венер Исхаков

Читайте нас: