Бөтә яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 13:54

СЕРӘКӘЙҘӘН ҠОТОЛОУ САРАЛАРЫ

.

Серәкәйҙән ҡотолоу саралары
Быйылғы йыл серәкәйҙәргә лә бик бай, шуға күрә лә унан ҡотолоу ысулдарын тәҡдим итәбеҙ.
Кемдәр, нисек һаҡлана үҙ серҙәрегеҙ менән комментарийҙар аша бүлешһәгеҙ тағы ла яҡшыраҡ булыр.

Йылынып боҫ, еҫ сығарған йөҙ грамлыҡ камфара һәм валерьянка ҙур ғына бина эсендәге серәкәй һәм себендәрҙе өшкөртөр.
Миләш йә муйыл ағасы япрағы менән асыҡ тәнегеҙҙе ышҡып һөртһәгеҙ, был бөжәк һеҙгә яҡынлай һалмаҫ.
Ҡәнәфер, базилика, әнис, эвкалипттың эфир майҙары менән асыҡ тәнегеҙҙе һылағыҙ (бер стаканға 5-10 тамсы май) йә иһә йылы табаға ҡойоғоҙ. Мамыҡты манып, тәҙрә төбөнә һалып ҡуйыу ҙа файҙалы.
Бүре емешенең яңы ботаҡтарын бүлмәгә ҡуйыу ҙа серәкәйҙе ҡыуа.
Тәбиғәт ҡосағында тыныс ҡына ултырырға теләһәгеҙ, усаҡҡа артыш ботаҡтары ташлағыҙ.
Кедр майының еҫе серәкәйҙәрҙе генә түгел, себен һәм тараҡандарҙы ла ҡурҡытыр.
Әрем тамыры төнәтмәһе менән йыуынһағыҙ (1,5 литр ҡайнар һыуҙа әрем тамырын 20-30 минут тотоп алырға), битегеҙгә серәкәй ҡунмаҫ.
Магазиндан алынған электр фумигаторығыҙ бушап ҡалһа, уны ташларға ашыҡмағыҙ. Эсенә 100 процентлы эвкалипт ҡойоғоҙ ҙа ҡулланығыҙ.
"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Гульшат Кагарманова

Читайте нас: