Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2020, 13:40

Башҡорт телен заманса алымдар менән өйрәнәбеҙ

Киң аудитория өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура тапшырыу ойошторола.

Бөгөн киске сәғәт 7-лә “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт теле: яңы ҡараш” тигән сара уҙғарыла. Унда башҡорт телен танытыу, уны заманса өйрәнеү проекттары менән таныштырасаҡтар. Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора.
Башҡорт телен өйрәнеү буйынса һәр төрлө мобиль ҡушымталар, интернет-ресурстар, дистанциялағы курстар авторҙары үҙҙәренең проекттарын онлайн һәм офлайн форматта тәҡдим итәсәк. Киң аудитория өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура тапшырыу ойошторола.
Сарала башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр, “Бәйләнештә”ге һәм iTunesтағы тәүге башҡортса подкастар, йылдам үҫешә барған “Аҫылташ” башҡорт йәштәре бренды, "IQБалабаш", "Инофон", "Сәләм", "Башворд" һәм башҡа ҡушымталар тураһында һөйләйәсәктәр.
Презентациялар 19.00 сәғәттә башлана.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: