Бөтә яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 18:37

Милли рухлы ойошма

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуына – 25 йыл

1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сирек быуат элек – 1995 йылдың 1-2 июнендә уҙҙы. Төп башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндән башлана. Был көндө республиканан, Рәсәйҙең 28 субектынан, 19 сит ил дәүләттәренән 800-ән ашыу делегат ҡорға йыйылды. Сирек быуат элек кеүек үк, телде, бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һәм халыҡ үҫеше мәсьәләләре мөһим булып ҡала. Юбилей уңайынан, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәни Бикбаев ойошманың хәҙерге эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Ойошма составы
Әлегә йәмәғәт ойошмаһы коммерция булмаған ойошма булараҡ рәсми рәүештә теркәлмәгән. Был хәл итәһе эштәр иҫәбендә. Сөнки рәсми ойошма булһа, Ҡоролтайҙың статусы ла бермә-бер артасаҡ, финанс хәле лә яҡшырасаҡ, штат берәмеге булдырыу һәм башҡа мөмкинлектәр асылыр ине. Был мәсьәлә буйынса тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та хупланы һәм ярҙам ҡулы һуҙасағын белдерҙе.
Хәҙерге ваҡытта башҡарма комитеты составында рәйестән тыш төп йүнәлештәр буйынса 3 урынбаҫар бар: төп мәсьәләләр буйынса – Байрас Әминев, мәҙәниәт буйынса – Миңзифа Ишемғолова, йәштәр эштәре буйынса – Азат Нарбутин. Бынан тыш сәркәтип һәм 8 башҡарма комитет ағзаһы иҫәпләнә.
Башҡорт телен уҡытыу
Бөгөнгө көндә Рәсәй Федерацияһының һәм региональ кимәлдәге мәғариф өлкәһендәге, ерле халыҡтың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге бер генә ҡанун да телде өйрәнеүҙә һәм уның ҡулланылыу даирәһен киңәйтеүҙә сикләүҙәр ҡуймай. Киреһенсә, киң мөмкинселектәр аса. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, республика етәкселеге, БР мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһы тарафынан туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп көс һалына. Башҡорт теленән регион-ара олимпиада фередаль олимпиадалар исемлегенә индерелде, был олимпиадала еңеүсе һәм призер булған сығаралыш класс уҡыусыларына республика юғары уҡыу йорттарына ингән ваҡытта ярайһы уҡ ҙур балдар өҫтәлә. Ниндәй генә ҡарарҙар һәм программалар ҡабул ителмәй, был йүнәлештә эшләүсе ниндәй генә ойошма булдырылманы (Башҡорт һәм туған тел уҡытыусылары ассоциацияһы, БР мәғариф һәм фән министрлығы эргәһендә Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге һ.б.).
Ләкин ошо башланғыстар йәмәғәтселек һәм халыҡ, атап әйткәндә ата-әсәләр тарафынан тейешле кимәлдә аңлап ҡабул ителмәй, әлегә хуплау табып етмәй, тип уйлайбыҙ. Белеүегеҙсә, өсәнсә йыл инде уҡыусылар туған телен һайлап, уны өйрәнеүгә ғариза нигеҙендә теләк белдерә. Ғариза белем биреүҙең башланғыс һәм төп кимәлдәренә килгән ваҡытта ҡабул ителә, ҡабатлайым, туған телде һайлау тураһында ғариза йыл һайын яҙҙырылырға тейеш түгел, ә беренсе һәм бишенсе класҡа килгәндә ҡабул ителә. Бөгөнгө көндә беҙҙең район уҡыусыларының 75 проценты милләтен башҡорт тип күрһәтә. Ләкин шуныһы аяныслы: йылдан-йыл башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнергә теләүсе балалар һаны кәмеүгә бара. Был, әлбиттә, башҡорт теле уҡытыуҙың кимәл торошон аңлатмай, ә башҡа сәбәптәр менән бәйле. Тел – ул милләттең тотҡаһы! Ошо хаҡта һәр ата-әсә уйланһын ине.
Район мәғариф учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү Башҡортостан һәм Рәсәй закондарына нигеҙләнеп атҡарыла. Балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүсе 1830 баланың 1496-һы башҡорт милләтенән. Районда эшмәкәрлек алып барған 15 балалар баҡсаһының 3-һө саф башҡорт баҡсалары һанала. Уларҙа барлығы 10 төркөм иҫәпләнеп, 263 бала тәрбиәләнә. Ҡалған 12 балалар баҡсаһының бөтәһендә барлығы 26 башҡорт төркөмө ойошторолған. Был төркөмдәрҙә 571 бала тәрбиәләнә.
Мәктәптәргә килгәндә иһә – 4064 уҡыусының 3080-е башҡорт милләтенән һанала. Был 76 процент. Ата-әсәләрҙең ғаризалары нигеҙендә мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу 3 дәрәжәлә ойошторола: башҡорт мәктәптәрендә телде туған тел булараҡ өйрәнеү, рус мәктәптәрендә туған тел булараҡ өйрәнеү һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү. Райондың 23 белем усағында (филиалдарҙы ла иҫәпкә алғанда) 1122 бала белем һәм тәрбиә биреү башҡорт теленгдә ойошторола, рус мәктәптәрендә белем алыусы 1522 бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүҙе һайлаған, 1348 бала башҡорт телен 3-сө йүнәлеш буйынса, йәғни дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе һайлаған.
Һуңғы йылдарҙа 3 мәктәптә (Әбүбәкер, Татыр-Үҙәк һәм Сиҙәм) башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыу өсөн 200-шәр мең һум күләмендә аҡса бүленеп, заман талаптарына яуап биргән технологиялар менән тулыландырылды. Былтыр Өфө ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына мултимедиа ҡорамалдары урынлаштырылды.
Мәҡәләнең тулы варианты менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 44-се һанында танышырға була.
Читайте нас: