Хөрмәтле ауылдаштар, Юлбарыҫ ауылында тыуып-үҫеп, ситтә йәшәүсе туғандар, ауылдың киләсәге өсөн битараф булмағандар! Барығыҙға ла мөрәжәғәт итәбеҙ!
Белеүебеҙсә «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы аша республикабыҙ өсөн мөһим объекттар төҙөлә. Беҙҙең ауыл халҡы был программаның мөһимлеген аңлап ҡабул итте һәм сараға ҡушылды.
Атыр таңдарыбыҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын өсөн яу яландарында башын һалған, һуғыштан ҡайтып яуҙа алған яраларынан мәрхүм булған ветерандарыбыҙ иҫтәлегенә обелискты яңыртырға тигән ҡарар ҡабул иттек. Ошо изге эште атҡарып ҡуйыу өсөн бик ҙур ғына суммалар кәрәк. Аҡсалар йыйыу эше башланды.
Тыуған ауылына битараф буламаған, ситтә эшләгән һәм йәшәгән ауылдаштар ҙа үҙ өлөшөн индерә ала.
Ил төкөрһә күл була, ярҙамдан ситтә ҡалмағыҙ тип өндәшергә теләйбеҙ.