Бөтә яңылыҡтар
14 Май 2020, 11:14

Милләт рухы тип яна ағинәйҙәр!

Ауыл зыялылары “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылып, башҡорт телен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә //

Донъя бөгөн күпселектә коронавирус афәте тирәһендә әйләнә. Төрлө баҫмаларҙа, телевидение тапшырыуҙарында, интернет селтәрендә ошо тема иң йыш яҡтыртылғаны. Эйе, һаҡланырға кәрәк, әммә кеше өсөн кәрәкле башҡа ихтияждарҙы ла оноторға ярамай.
Быйылғы йылдың телебеҙҙе ҡурсалап, республикала Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүе икенсе планға күсте кеүек. Әммә проблема юғалманы, телебеҙ бөгөн дә ҡурсалау талап итә. Телебеҙ менән бергә районда нәшер ителгән башҡорт телендәге берҙән-бер милли баҫма ла, тиражы кәмеү сәбәпле, ҙур ауырлыҡтар кисерә. “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите һеҙҙең ҡурсалауға мохтаж. Әсә телен, юғалтмайыҡ тиһәк, был эште башҡортса баҫманы һаҡлап ҡалыуҙан башларға кәрәктер.
“Ағинәйҙәр” район йәмғиәте, ошо көнүҙәк проблеманы бар тәрәнлегендә аңлап, “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәренә яҙылыу буйынса “Ағинәй+” акцияһын башлап ебәрҙе.
--Районда нәшер ителгән башҡорт һәм рус телдәрендәге ике район гәзитенең артабанғы яҙмышын хәстәрләп, яңы акцияға старт бирҙек. Һәр кемгә мәғлүм, район ауыл биләмәләрендә ағинәйҙәр бик әүҙем, рухлылар. Шуға күрә “районка”ға яҙылыу акцияһын улар дәррәү хупланы.
Ни өсөн “Ағинәй+”? Сөнки ағинәйҙәр үҙенсәлекле йөҙө булған “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә үҙҙәре генә яҙылып ҡалмай, күршеһен йәки туғанын да әйҙүкләй. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, йәш быуын әсә телен онотмаһын тиһәк, башҡорт телендәге район гәзите тиражын арттырыуға, уны үҫтереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Беҙҙең инициативаны һәр кем күтәреп алһа, милли баҫма йөҙөндә туған телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерер инек. Булғанды юғалтыуы ҡыйын түгел, ә бына тергеҙеүе бик ауыр. Туған телебеҙҙе һаҡлауҙы “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитен яҡлауҙан башлайыҡ. Шуға күрә, Садовый ауылы ағинәйҙәре, уларҙың рухташтары тәүгеләрҙән булып акцияны башлап, район гәзиттәренә яҙылды. Башҡа ауыл биләмәләрендәге ағинәйҙәр беҙҙе хуплап, акцияны дауам итер тип ышанам,--тине район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Миңзифа Ишемғолова.
Редакциянан: эйе, бөгөн бер кемгә лә еңел булмаған заман. Быны аңлайбыҙ. Әммә башҡорт рухы, милләт рухы тип янғандар башҡорт гәзитенең юҡҡа сығыуына юл ҡуймаҫ тип ышанабыҙ.
Мөхәририәт.
Читайте нас: