Бөтә яңылыҡтар
14 Май 2020, 14:22

Баш ҡалала генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла башланы

*

Башҡортостандың баш ҡалаһында Совет майҙаны буйлап транспорт хәрәкәте ябылды. Өфө хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү ярты йылдан ашыу – 10 декабргә тиклем ғәмәлдә була.
Майҙанды ябыу легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу менән бәйле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы көнөндә тап Совет майҙанында уға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы йондоҙо тапшырылды.
Читайте нас: