Бөтә яңылыҡтар
11 Май 2020, 19:07

Һуғыш йылдары – һандарҙа

Хәйбулла районынан 7039 кеше фронтҡа мобилизацияланған.

Дәһшәтле һуғыш йылдарында Башҡортостан фронтты яугирҙар, ҡорал, яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе иң ҙур төбәктәренең береһе була. 1941 – 1945 йылдарҙа илдең Ҡораллы көстәрендә республиканан 700 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Шуларҙың 7039-ы, шул иҫәптән 58 ҡатын-ҡыҙ, Хәйбулла районынан мобилизацияланған һәм саҡыртылған.
Райкомдың 1-се секретары Дәүләт Аритҡолов башлығында райондан бер үк ваҡытта бер нисә тиҫтә кеше 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына үҙ иреге менән яҙыла. Данлыҡлы шайморатовсылар составында Хәйбулланан 300-ән ашыу яугир һуғышта ҡатнаша. Дивизия башлыса Урал аръяғынан килтерелгән, шул иҫәптән Маҡан дәүләт йылҡысылыҡ заводынан килтерелгән аттар менән комплектлаштырыла.
Ҡан ҡойғос һуғышта 322 меңдән яугир һәләк була, шулай уҡ 50 меңдән ашыу кеше инвалидлыҡ буйынса демобилизациялана.
1941 йылдың 20 сентябрендә районда Ҡыҙыл Армия өсөн йылы өҫ-баш һәм аяҡ кейемдәрен йыйыу буйынса комиссия ойошторола. 1941 йылдың 8 декабрендә комиссия мәғлүмәттәре буйынса, 778 кг – йөн, 509 пар – быйма, 112 дана – фуфайка, 346 пар – бейәләй, 172 пар – ойоҡбаш, 15 пар – бирсәткә, 27 дана – свитер, 296 дана – ҡолаҡлы кәпәс һәм башҡалар халыҡ араһында йыйылып, фронтҡа оҙатылған. Бынан тыш илдең Оборона фондына 73985 һум 97 тин һәм 126965 һумға хәрби заём облигациялары, тағыла 7765 һум самолёт эскадрильяларын төҙөүгә тапшырылған. Хәйбулла МТС-ы фронтҡа 11 трактор ебәргән, артабан улар нигеҙендә танкылар ҡорғандар. 1941-1943 йылдарҙа Бүребай халҡы танк колонналарын төҙөү өсөн 348 мең һум тапшырған. 1942 йылда район хеҙмәтсәндәре тарафынан Ҡыҙыл Армия фондына 9691 һум 90 тин йыйылған.
Машина-трактор станциялары һәм Һамар автотранспорт предприятиеһы ҡарамағында тракторсылар һәм комбайнсыларҙы әҙерләү курстары ойошторола, уларҙа башлыса ҡатын-ҡыҙҙар белем алған.
Райондан 5 меңдән ашыу кеше яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы, хеҙмәт батырлығы өсөн төрлө ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ҡәйүм Әхмәтшин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, ә Ҡотлоғафар Ҡунысбаев – 2-се һәм 3-сө (ике тапҡыр) дәрәжә Дан ордендары кавалеры. 11 кеше – Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 2 кеше – Александр Невский ордены, 150-ән ашыу кеше – 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 180-ән ашыу кеше (шул иҫәптән 13-ө ике тапҡыр) – Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 70-ән ашыу кеше – 3-сө дәрәжә Дан ордены, 250-нән ашыу кеше (шул иҫәптән 24-е ике тапҡыр) – «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 54 кеше – «1941–1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Читайте нас: