Башҡортостан өсөн оло тарихи һәм иҫтәлекле ваҡиғала - Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалын тапшырыу тантанаһында ҡатнашҡан кешеләр үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Аэропорттан миҙалды ҡабул итеп алған һәм Радий Хәбировҡа тапшырған Рәсәй Геройы, Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығы начальнигы Николай Злобин: "Генерал Йондоҙон ҡабул итеп алыу кеүек абруйлы бурысты йөкмәтеүҙәре менән бик ғорурланам. Был награданы республикала халҡа ныҡ көттө, уны юллап күпме йөрөгәндәрен яҡшы беләм. Шундай мөһим бурыс башҡарғанда ҙур тулҡынланыу кисерҙем", – тине.
Николай Злобин да – Рәсәй Геройы. Хәбәрселәрҙең, легендар генерал менән бер рәттә тороу күңелегеҙҙә ниндәй хистәр уята, тигән һорауына ул былай тине:
– Мин үҙемде Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары менән сағыштырмайым. Улар юғары. Һуғышта булып еңеп ҡайтҡан олатайым да минән күпкә геройыраҡ. Мин ни бары уларға тиңләшергә тырышам. Ҡарайым да уйланам, улар кисергәнде кисерә алыр инекме икән?..
Герой Йондоҙон ҡаршы алыусылар араһында мотоспорт буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы, команда ярыштарында 12 мәртәбә донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа чемпионы Николай Красников та бар ине.
"Тулҡынландырғыс тәьҫораттар кисерәм. Бөгөн беҙ, спортсылар, Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ"он хәрби осор мотоциклдарында ҡаршыланыҡ. Лайыҡлы рәүештә уны Өфө урамдарынан үткәрҙек", – тине ул.
Тағын бер мотоциклист, донъя һәм Европа чемпионы Дмитрий Буланкин да бар ине "Алтын Йондоҙ"ҙо оҙатыусылар араһында.
"Бындай сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Республика халҡы Миңлеғәле Шайморатовтың юғары наградаһын бик оҙаҡ көттө, һәм ул көн килеп етте. Сараға оҙаҡ әҙерләндек, күнекмәләр үткәрҙек, техниканы һынаныҡ. Улар әлеге мотоциклдарҙан бик айырыла, ауыр техника", – тине спортсы.
"Алтын Йондоҙ"ҙо Өфөгә Башҡортостандың Хәрби комиссары Игорь Харченко алып ҡайтты.
"Награда бик оҙон юл үтте. Милли геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булғанына 77 йыл самаһы ваҡыт уҙғас килеп етте ул Башҡортостанға. Халыҡ, башҡорт ғәҙеллеге еңде – ҡаһарман генерал Рәсәй Геройы булырға тейеш ине. Владимир Путин 75 йыл дауам иткән проблеманы яйға һалды, – тине ул. – Миңә үтә яуаплы бурыс тапшырылды: Геройҙың "Алтын Йондоҙ"он Өфөгә алып ҡайттым. Юл буйы күп нәмә тураһында уйландым. Шуныһы ғәжәпләндерҙе: Шайморатов мин тыуған ерҙә һәләк булған. Ул үҙенең иң яҡшы хәрби сифаттарын күрһәткән. Хәтер мәңгелек. Беҙ Геройҙы онотмаясаҡбыҙ, мин ғүмеремдең аҙағына тиклем беҙҙе кемдең азат иткәнен хәтерҙә тотасаҡмын".