Бөтә яңылыҡтар
10 Май 2020, 13:15

“Еңеү көнө”н башҡортса йырланылар

#БөйөкЕңеүгә75йыл

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы илдең барлыҡ төбәктәрендә лә барған “Һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ” Бөтә Рәсәй проектына Әлшәй районы ла ихлас ҡушылды.
Был сараны ирекмәндәр, йәш гвардиясылар Башҡортостсан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Ғилмийәров һәм урындағы ветерандар берлеге рәйесе Фәрит Хәйбрахманов тормошҡа ашырҙы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән бер рәттән, открыткалар һәм Георгий таҫмалары бүләк ителде. Был ғәмәлдәрҙең барыһы ла, эпидемиологик хәл сәбәпле, хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алып атҡарылды.
Байрам алдынан Үрнәк ауылына ингән ерҙә барлыҡ яҡташ яугирҙәр иҫтәлегенә ошо ауылда тыуып үҫкән Дан орденының тулы кавалеры Хәниф Абдрахмановтың һүрәте менән сағыу баннер урынлаштырылды.
Райондың социаль хеҙмәткәрҙәре ветерандар йәшәгән йорттар алдына матур сәскәләр, ағастар ултыртты.
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡытыусылары һәм Ҡармыш ауылының “Йәйғор” ансамбле, интернетта барған “Еңеү йыры” марафонына ҡушылып, “Еңеү көнө” йырын башҡорт телендә башҡарҙы.
“Ихлас” ойошмаһы етәксеһе Зөлфиә Мөхәмәтйәнова Ленинград блокадаһында булған Рәйсә Моҡаеваны оло байрам менән ҡотлап, күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Әлшәй районында ветерандарҙың тормошона һәр саҡ ҙур иғтибар бүленә, улар күңелендә бөгөн байрам кәйефе булһын өсөн барыһы ла эшләнде.
Фото: “Әлшәй хәбәрҙәре”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: