Бөтә яңылыҡтар
9 Май 2020, 11:33

Ә һин тәҙрәңде биҙәнеңме?

#БөйөкЕңеүгә75йыл #ОКНА_ПОБЕДЫ

Башҡортостан халҡы “Еңеү тәҙрәләре” Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнаша. Флешмоб форматындағы был сара 1 майҙа иғлан ителгәйне.
Уға ярашлы, кешеләр үҙҙәренең фатирҙары, эш урындары тәҙрәләрен совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенә арналған һүрәттәр, фотолар һәм яҙыуҙар менән биҙәй.
Өфөлә йәшәгән Ивановтар ғаиләһе лә был саранан ситтә ҡалмаған. Наталья Иванова билдәләүенсә, коронавирус шарттарында быйыл матур байрам менән туғандарҙы һәм яҡындарҙы үҙҙәренә барып ҡотлап булмай, транспаранттар менән үтеү мөмкин түгел, шуға күрә халыҡты әлеге акция берләштерә.
"Үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда беҙ өйҙә ултырабыҙ. Шуға күрә ғаиләбеҙ ағзалары менән тәҙрәләребеҙҙе ике яҡлап та һүрәттәр менән биҙәнек. Эстән дә, тыштан да ҡарап һоҡланырға була", – тине ул.
Камалдиновтар ғаиләһе лә акцияла ихлас ҡатнаша. Улар был бурысҡа бик яуаплы һәм креатив ҡараған.
"Балконға олатайҙарыбыҙ төшөрөлгән баннерҙар элдек. Мин үҙемдең геройҙарым менән ныҡ ғорурланам һәм башҡаларҙың да белеүен, күреүен теләйем", – тине өлкән ҡыҙҙары Арина.
Рөстәм Камалдинов белдереүенсә, уларҙың ғаиләһе йыл һайын төрлө акция, флешмоб һәм конкурстарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, өс йыл дауамында “Үлемһеҙ полк” сафынан үткәндәр, былтыр башҡа ғаиләләр менән бергә ветерандарға ярҙам күрһәткәндәр һәм велоуҙыш ойошторғандар, быйыл иһә онлайн режимда шахмат турниры уҙғарасаҡтар.
"Минең олатайым Ғәләм Камалдинов Сталинградта хеҙмәт иткән һәм Берлинға тиклем барып еткән", – ти ул.
Акцияла ҡатнашыу өсөн өйөгөҙ тәҙрәһен биҙәргә һәм фотоға төшөрөп #ОКНА_ПОБЕДЫ хештегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.
Фото: ufacity.info
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: