Бөтә яңылыҡтар
9 Май 2020, 15:51
Победа 1945-2020

"Еңеү көнө" йыры туған телдә яңғыраһын!

#БөйөкЕңеүгә75йылБөгөн 19:00 сәғәттә барлыҡ эфир тулҡындары «Тынлыҡ минутын» тапшырыу өсөн туҡтатыла. Бынан һуң кешеләргә үҙ ветерандарының портретын тотоп балкондарға сығырға йә тәҙрә алдында торорға һәм "Еңеү көнө" йырын башҡарырға кәңәш ителә. Был данлыҡлы йырҙы туған телдә йырлайыҡ, дуҫтар! ЕҢЕҮ КӨНӨЕңеү көнө, йыраҡ та кеүек ине,Өмөт ҡуҙы биреп торҙо ипкенен,Көл-күмергә ҡалған күпме юл үттек,Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.Ҡушымта:Ут- даръя ашаКилдек Еңеүгә,Иртә сал төштөСикәләге сәстәргәШатлыҡ-ҡайғыБергә ҡайнар йәштәрҙәЕңеү көнө!Еңеү көнө!Еңеү көнө!Көнө-төнө һүнмәне ут мартенда,Бар хыялдар булды Ватан хаҡында,Еңеү өсөн хеҙмәттә беҙ тир түктек,Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.Һаумы, әсәй, күпме яуҙаш ҡайтманы,Ысыҡ кисеп үтәһе ине тағы.Ер шарының яртыһын йәйәү үттек,Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһефото:Ҡоролтай

Еңеү көнө, йыраҡ та кеүек ине,
Өмөт ҡуҙы биреп торҙо ипкенен,
Көл-күмергә ҡалған күпме юл үттек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.
Ҡушымта:
Ут- даръя аша
Килдек Еңеүгә,
Иртә сал төштө
Сикәләге сәстәргә
Шатлыҡ-ҡайғы
Бергә ҡайнар йәштәрҙә
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!

Көнө-төнө һүнмәне ут мартенда,
Бар хыялдар булды Ватан хаҡында,
Еңеү өсөн хеҙмәттә беҙ тир түктек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Һаумы, әсәй, күпме яуҙаш ҡайтманы,
Ысыҡ кисеп үтәһе ине тағы.
Ер шарының яртыһын йәйәү үттек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.
Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе
фото:Ҡоролтай

Читайте нас: