+1 °С
Болотло
«Был — хатты һуғыш йылдарындағы кеүек еңел генә өс мөйөш итеп бөкләп ебәрергә мөмкин булһын өсөн махсус трафаретлы ҡағыҙ, — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — Ул ваҡытта өс мөйөшлө хаттарҙы ябай ҡағыҙға яҙғандар. Үҙенсәлекле бөкләү схемаһы конверт талап итмәгән, адрес ҡағыҙҙың тышҡы яғына яҙылған. Яугирҙәргә хат килтереү ҡорал, патрон һәм снаряд ташыу һымаҡ мөһим эш һаналған. 1941-1945 йылдарҙа почта хеҙмәте бөтәһе 6 миллиардтан ашыу фронт хаты ташыған».