Тыуған илебеҙ ғәйәт ҙур, тарихи ваҡиғаны билдәләй. 9 Май – Бөйөк Еңеү көнө етһә, күңелдәргә берсә һағыш тула, шул уҡ ваҡытта һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡарата әйтеп бөткөһөҙ рәхмәт тойғоһо урғыла. Һәр береһенең Еңеү хаҡына түккән көсөн күҙ алдына баҫтыраһың да, батырҙарҙың һәммәһенә лә айырым һәйкәл ҡуйырлыҡ, тип уйға ҡалаһың. Ул һынылышлы осорҙа ҡайҙа ла еңел булмаған, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа тылдағылар ҙа фиҙакәрлек өлгөһө күрһәткән. Ас-яланғас булыуҙарына ҡарамаҫтан, тапҡандарының бөтәһен дә ҡырып-һепереп, алғы һыҙыҡҡа оҙатып торғандар. “Барыһы ла – фронтҡа!”, “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән девиздарҙы һуғыш осоронда һәр кем күңел түрендә йөрөткән. Эйе, бары тик һалдат ас булмаһын, өшөмәһен, Тыуған илгә Еңеү менән ҡайтһын! Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулды. Дошманды ҡыйратҡан дәүер алыҫта ҡала бара, әммә тарих – һәр саҡ хәтеребеҙҙә. Үкенескә ҡаршы, һуғыш һәм тыл ветерандары йылдан-йыл әҙәйә бара. Байрам алдынан беҙ шул ҡаһармандарҙың береһе – Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылында ғүмер итеүсе тыл ветераны Маһируза ТАУЛЫҠАЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Уға ошо көндәрҙә 90 йәш тула.
– Һуғыш башланған йылдың тәүге көндәре нисегерәк хәтерегеҙгә уйылған?
– Эй, ул осорҙо иҫләй башлаһаң... Бөйөк Ватан һуғышы ҡабынғанда миңә 11 йәш тулып уҙғайны. Һуғыштың тәүге йылдарында барыһы ла тиҙ генә үҙгәрҙе, донъя көтөү ҡатмарлашты һәм тормош хөртәйҙе. Ир-аттың бөтәһен дә фронтҡа алып киттеләр. Ауылда ни бары ҡатын-ҡыҙ ҙа бала-саға ғына тороп ҡалды. Хужалыҡта ирҙәр башҡарған бөтә ауыр эш беҙҙең иңгә төштө. Иртә таңдан ҡара төнгә хәтлем бил бөктөк: ашлыҡ һуғыу, ер һөрөү, мал ҡарау, ҡыҫҡаһы, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел.
Мал аҙығы әҙерләүҙе һис кенә лә онотмайым, сабынлыҡта ятып эшләнек. Быҙауҙан саҡ ҡына бейегерек ығыш, тиҫкәре үгеҙ менән ҡышын ҡырҙан бесән ташыу үҙәккә үтә торғайны. Ә йәй шулай уҡ үгеҙ егеп, Ивановка ауылынан солярка ташыныҡ. Бала ғына көйө 64 километр араны үтергә кәрәк. Малдар ни, күгәүен тешләүенә сыҙамай сабып сыға ла китә, уны туҡтатыу ҡайҙа, илай-илай ҡайтҡан саҡтар һаман да иҫтә.
Ас-яланғас тигәндәй йөрөйбөҙ. Йомран тотоп ашаһаң инде һинән дә бәхетлерәк кеше юҡ. Ҡара ергә аяҡ баҫыуҙы зарығып көттөк, балтырған, кесерткән, әтмәкәй, бер һүҙ менән әйткәндә, үлән ҡотҡарҙы беҙҙе үлемдән. Беҙ күргәнде берәүгә лә кисерергә яҙмаһын!
– Әле 11 йәшлектәр V класта уҡый.
– Эй, балам, беҙгә уҡыу эләкмәне инде ул...
– Ҡатмарлы һуғыш осоронда һеҙҙең һәр берегеҙ өсөн иң ҡәҙерлеһе нимә ине?
– Һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын теләнек, туғандарыбыҙ менән осрашыуҙы зарығып көттөк һәм уға ышанысыбыҙ ҙа ныҡ көслө ине.
Һуғыштан һуң тормоштоң ҡәҙимгесә дауам итәсәгенә өмөтләндек. Инде тыныс тормошта йәшәй башларбыҙ, тамағыбыҙ икмәккә туйыр, аслыҡтан ҡотолорбоҙ, тип ышандыҡ. Бына ошолар тураһында хыялландыҡ.
Һуғыш бөткәндә миңә 15 кенә йәш тулған булған. Уның ҡарауы, сыныҡҡан, донъяға ҡарашы үҙгәргән, хатта әҙме-күпме өлкәндәрсә фекер йөрөткән ҡыҙ инем. Эйе, һынылышлы осорҙо бергәләшеп үткәрҙек.
– Шул йылдарҙа кешеләр ниндәй уй-кисерештәр менән көн итте?
– Халыҡ һуғыш осоронда тик эш менән генә мәшғүл булды. Уйлап ҡараһаң, беҙ һағышты хеҙмәт менән баҫтыҡ. Бер ниндәй ҙә байрам ойошторолманы, берәүҙә лә күңел асыу кәйефе юҡ ине. Хәйер, фронттағы яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын, фашистарҙың сигенеүен ишетеп, оло шатлыҡ кисерҙек, шулай уҡ кемдеңдер тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыуын, ғәрип-ғөрәбә булһа ла, оло байрамға тиңләнек. Ысынлап та, ил һаҡсыһы менән осрашыу һәм күрешеү өсөн уның өйөнә ашҡынып бара торғайныҡ: бәлки, ул ғәзиз кешебеҙҙе осратҡандыр, яҡыныбыҙҙы күргәндер, уның ҡасан ҡайтырын беләлер... Ә инде Еңеү һүҙен ишетеүҙең йылылығын әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Бөтәһе лә бер-береһен ҡотлап илашты...
– Маһируза Мәһәҙей ҡыҙы, белеүебеҙсә, һеҙ тыуған ауыл бөгөн ер йөҙөндә юҡ...
– Айыулы тигән ауылда тыуғанмын. Ауылыбыҙ умарта күселәй гөжләп торһа ла, ниңәлер “киләсәге юҡ” тип бөтөрөлөүгә дусар ителде. Ҡасандыр бында тормоштоң гөрләп ҡайнағанын уңғандар хәстәрләгән һәйкәл генә асыҡтан-асыҡ һөйләй.
Айыулыны Быҙаулыҡ йылғаһы һуғарып ята ине, элек ул ярҙарына һыймай аҡты, рәхәтләнеп балыҡ тоттолар, ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн уңайлылығын һөйләп тораһы ла түгел инде...
Арҙаҡлы композитор Хөсәйен Әхмәтовтың “Тыуған ауылым” тигән бик шәп йыры бар. Унда телгә алынған “Һаҡмар” һүҙен үҙемсә “Быҙаулыҡ”ҡа алмаштырып, былай тип йырлайым:
Тыуған ауылым Быҙаулыҡ
буйҙарында,
Шунда үтте минең бала саҡ.
Быҙаулыҡ тулҡындары,
ҡурай моңо
Йөрәгемдә мәңге ҡаласаҡ,
тип моңланғанда йөрәгем һыҙа.
Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек, мин – иң кесеһе. Ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа, дәртләнеп, теләк менән тотондоҡ. Атайымды иҫләмәйем, миңә бер йәш тулғанда үлеп ҡалған. Иң өлкән ағайым иһә фронтта Калининград өлкәһенең Бабаево ҡалаһында вафат булған.
Әсәйем һәм ҡартәсәйем менән генә йәшәнек. 26 йәштә бер егеткә кейәүгә сыҡтым, ләйсән ямғыр яуғанда сабыйыбыҙ тыуҙы. Балаға сәйәсмән, гүзәл заттар хоҡуғы өсөн әүҙем көрәшкән Клара Цеткин хөрмәтенә Клара тип исем ҡуштыҡ. Бына бөгөн, май айында донъяға ауаз һалған шул ҡыҙымдың донъяһында рәхәт сигәм, хөрмәтендә ғүмер йомғағымды һүтәм, рәхмәтем сикһеҙ. Ирем Исмәғил менән әҙ генә йәшәп алдыҡ, унан һуң бүтән бер ҡасан да тормошҡа сыҡманым.
1962 йылда Быҙаулыҡҡа күстек. Әсәйем, уның исеме Хәтирә ине, минең ҡулымда йән бирҙе. Һуңғы йылдарҙа түшәктә ятты, ҡарап-тәрбиәләп, үҙемсә ҡәҙер иттем. Ғүмер буйы ошо ауылдағы медпунктта эшләнем, 55 йәшемдә 50 һум пенсия менән хаҡлы ялға сыҡтым.
Хәйбулла районы ойошторолған йылда тыуғанмын. Ҡыҙыҡ, иҫтәлекле ваҡиғалар менән дә саҡ ҡына оҡшашлыҡ күрәм. Район – 20 августа, ә мин 20 майҙа “донъяға килгәнмен”. Яҙмышым тыуған төйәгемдеке менән гел бергә үрелеп барҙы. Уның уңыштары алға елкендерҙе, ҡаҙаныштарын ишетеп-күреп шатландым. Мәҫәлән, ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙе күңелемдән бер нисек тә йолҡоп алып ташлай алмайым. Партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Социалистик Хеҙмәт Геройы, КПСС-тың Хәйбулла районы комитетының беренсе секретары Ғилман Яҡуповтың төбәк үҫешенә һалған көсөн һәм ижтиһадын нисек онотмаҡ кәрәк! Барыһы ла иҫтә, хәтерләй башлаһаң, улар кино таҫмаһылай күҙ алдынан уҙа.
85 йәшемә хәтлем яңғыҙ ғына ғүмер иттем, бына ҡыҙыма күсеп килеүемә биш йыл да тулған. Кейәүем һәйбәт, бер һүҙем дә юҡ. Ейәндәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем аҙна һайын килеп, хәл-әхүәл белешеп тора.
Йылдар тыныс торһон, һуғыш булмаһын, тамаҡ туҡ булһын! Хәҙер икмәктең ниндәйе генә юҡ! Балалар имен йәшәһен! Шөкөр, күҙҙәрем күрә, гәзит-журнал ҡараштырам, доғалар ҡылып ултырам, үҙ аяғымдамын.
– Әйткәндәй, һеҙҙең кейәүегеҙҙең ауылына ла “перспективаһыҙ” тигән мөһөр һуғылған...
– Ишмөхәмәт ауылы тураһында әйтәһегеҙме? Ул да тиҙ генә бөтөп ҡуйҙы шул. Аҙ ғүмерле ауылдар тураһында һүҙ сыҡһа, “Фәтих кейәүем менән икебеҙҙең дә яҙмышыбыҙ уртаҡ” тип көлдөрәм бүтәндәрҙе.
Хәйбулла районының дала тигән даны сыҡһа ла, беҙҙә һыуҙар бар. Йылайыр, Ташлы йылғалары матур ғына булып күренеп ята, йырҙарҙа йырланған Һаҡмарҙы телгә алыу артыҡ. Ә бына Быҙаулыҡ менән Таналыҡ ҡушылған сихри урында Ишмөхәмәт исемле ауыл булған.
– Маһируза инәй, һеҙ берҙән-бер ҡыҙығыҙҙы үҫтергәнһегеҙ, әммә һәр береһе бишәүгә торошло ейәндәргә байһығыҙ. Ҡайһыһын нығыраҡ яратаһығыҙ?
– Кемеһен бигерәк тә яратам тип ни, ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә, ауырта инде. Фаил менән Рафаил исемле ейәндәрем буй еткерҙе. Икеһе лә ғаиләле, Аҡъярҙа тамыр йәйҙеләр. Район үҙәгендә төпләнеүҙәренә ҡыуанып бөтә алманым. Беренсенән, йәштәр айырым йәшәргә тейеш. Икенсенән, ни тиһәң дә, ҙур урында кешегә эш бар.
Мин бала-сағаға бик бай кеше. Бүлә-бүләсәрҙәрем бишәүгә етте, тағы ла булыуҙарын теләйем. Айбулат, Илнар, Раян, Ринат һәм Аделина – ҡайһылай күптәр, шулаймы?! Төп йортҡа осоп тигәндәй килеп төшөү менән йүгерешеп килеп, ҡосаҡлап алалар. Ошо бәхет түгелме ни! Артыҡ бер нимә лә кәрәкмәй миңә. Шул ҡошсоҡтарым тип бауыр баҫам инде.
– Ғүмер итеү күҙ асып йомоу менән бер тигән һүҙҙәрҙе күп кешенән ишеткәнем бар. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Әлбиттә. Һүҙҙәрегеҙгә ҡеүәт итеп, ошо фекеремде лә өҫтәйем – әҙәм балаһының үткән юлын йәки тормошон күҙ күреме араға тиңләйҙәр. Бынауында ғына, яҡында ғына ул.
– Нисек уйлайһығыҙ, оҙон ғүмерле булыуҙың сере нимәлә?
– Ун тиҫтәне ваҡлайым бит, Хоҙай Тәғәләгә шөкөр итергә генә ҡала. Әҙәм балаһына беренсе сиратта күңел тыныслығы кәрәктер, тип уйлайым. “Оҙон ғүмерлеһең”, – тиҙәр миңә. Ә мин яуап итеп, Айыулымдың да ғүмерен кисерәм, тип мәрәкәләйем.
– Маһируза Мәһәҙей ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Күңел тыныслығы насип булһын һеҙгә!
Хәйбулла районы