Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 11:31

Бер хәреф арҡаһында...

Тыл ветераны өҫтәмә түләүҙәрҙән тағы мәхрүм ҡалған.

Стәрлетамаҡта йәшәгән тыл ветераны Фәимә Мәнәкова өҫтәмә түләүҙәрҙән тағы мәхрүм ҡалған.
12 йәштән колхоз эшенә егелгән, биш туғанын ҡарашып үҫтергән ҡыҙға тын алырға ла ваҡыт булмаған, атаһы фронтта, әсәһе көнө-төнө эштә. “Бер гектар ерҙә сөгөлдөр эшкәрттем, утаным. Арыйбыҙ, асбыҙ... Үлән ашайбыҙ, хәл бөтә. Хәҙер берәйһен ас көйө эшкә ҡушып ҡара! Ундай кешене таба алмаҫһың”, - ти 91 йәшлек өләсәй.
Еңеү көнөнә тыл ветерандарына бирелергә тейешле илле мең һумлыҡ түләүҙе Фәимә инәйҙең ала алмауы үкенесле, әлбиттә. Миҙалдары ла бар, статусы ла, тик уларҙың үҙеңдеке булыуын нисек иҫбатларға? Паспорттағы бер хәреф хатаһы арҡаһында аҡсалата түләүҙән мәхрүм ҡалған ул. Бынан утыҙ йыл элек паспорт өҫтәлендә ебәрелгән хата уның тормошонан дүрт йыл хеҙмәт йылын ”урлай”. Миҙалдар таныҡлығында “Хәбибназар ҡыҙы”, ә паспортта “Хәбибназяр ҡыҙы” булып киткән.
Ә тыл ветераны бирешә торғандарҙан түгел, ауыр һуғыш йылдары уны сыныҡтырған. Ошо апаруҡ йәштә лә тик ултырмай, тынғыһыҙ, ти ҡыҙы. Инәйҙең балалары шулай ҙа судҡа мөрәжәғәт итеп, документтарҙы тәртипкә килтермәксе. Ниңә иртәрәк ҡуҙғалманылар икән, тип үкенес белдерергә генә ҡала.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: