Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 15:20

Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» виртуаль акцияһында 35 мең 953 яугир ҡатнаша

*

Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» виртуаль акцияһында 35 мең 953 яугир ҡатнаша, тип хәбәр итте республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.
Башҡортостан Республикаһы Һанлы үҫеш министрлығында «Башҡортостан Республикаһының Үлемһеҙ полкы» сайты эшләй. Быйыл «Үлемһеҙ полк» виртуаль акцияһында ҡатнашыу өсөн сайтҡа геройҙың фотоһүрәтен һалырға һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәт (исем-шәрифен, йәшәгән йылдарын,наградаларын) ҡалдырырға кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре күләмле виртуаль «Йөрөш»төң бер өлөшө була һәм телевидениела күрһәтелә. Артабан сайт үҙ эшен дауам итә, 9 майҙан һуң да теләгән ваҡытта Башҡортостанда тыуып үҫкән ветерандар тураһында мәғлүмәт өҫтәргә мөмкин.
Читайте нас: