Бөгөн, 7 майҙа, “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына Киров өлкәһе ҡушыла.
Волга буйы федераль округында дауам иткән акция барышында һәр төбәктең ижади коллективтары, билдәле артистары Давид Тухманов менән Владимир Харитонов ижад иткән “Еңеү көнө” йырын үҙ туған телендә башҡара һәм видеояҙма тәҡдим итә.
Киров өлкәһендә видеояҙманы төшөрөү “Мәңгелек ут” мемориалында ойошторолған. Уны яҙҙырыу илебеҙҙә ҡурсаланыу режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылған. “Был акция төрлө башҡарыусыларҙы берҙәм халыҡ коллективына тупланы. Беҙҙә лә халыҡ йырсылары, эстрада коллективтары, төбәктең билдәле шәхестәре бергә йырланы”, – тип һөйләй өлкәнең мәҙәниәт министры Татьяна Мазур.
Киров өлкәһе исеменән Бөйөк Еңеүҙең гимнына әйләнгән йырҙы “Яңы йондоҙ” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы ҡатнашыусылары “Дивертисмент” вокаль ансамбле, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Слобода” фольклор ансамбле етәксеһе Ирина Холманских, филармония солисы Константин Юдичев, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй йыр конкурстары лауреаты, “Киров өлкәһенең йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе еңеүсеһе Ирина Беляева, “Вятка” КВН командаһы уйынсылары башҡара.
Видеояҙмала Киров халҡы яҡташтарының бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында ғорурланып һөйләй. Өлкәнән фронтҡа 600 мең самаһы кеше китә, уларҙың 250 меңдән ашыуы тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтмай. 200-ҙән ашыу яугир Советтар Союзы Геройы булып таныла.
Һуғыш башланыу менән был төбәккә йөҙҙәрсә предприятие эвакуациялана. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эш башлай һәм фронтҡа снарядтар, танктар, билдәле “Катюша”ларҙы оҙата. Вятскополянск машиналар эшләү заводында 2,5 миллион ППШ – Шпагин пистолет-пулеметтары етештерелә. Был эшкә конструктор Георгий Шпагин үҙе етәкселек итә. Ҡоралдың тәүге партияһы һуғышҡа 1941 йылдың ноябрендә оҙатыла.
Һуғыш йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Киров һәм өлкәнең тағы бер нисә ҡалаһы “Хеҙмәт даны ҡалаһы” исеменә лайыҡ булған.
Вятка ере йөҙәр меңдәрсә кеше өсөн икенсе тыуған ергә әйләнә. 1941 йылда ғына бында 200-ҙән ашыу интернат, йәғни 23 меңгә яҡын бала эвакуациялана.
Кировтан фронтҡа алынған Григорий Булатов тәүгеләрҙән булып рейхстаг өҫтөнә Еңеү байрағын ҡаҙай, ул төшкән фотоһүрәт фашизмды еңеү символына әйләнде.
Шулай итеп, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән илһөйәрлек марафоны аҙағына яҡынлаша: Киров халҡы эстафетаны һуңғы ҡатнашыусыға – Ырымбур өлкәһенә тапшыра. Ә 9 майҙа данлыҡлы “Еңеү көнө” йыры округ проектында ҡатнашҡан барлыҡ коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Видеояҙмаларҙы урындағы телерадиокомпаниялар эфирында, шулай уҡ сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә
#песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында тыңларға, ҡарарға мөмкин.