Бөтә яңылыҡтар
6 Май 2020, 21:47

Еңеү көнөнә арнап Татыр-Үҙәктә граффити яһанылар

*

Яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү байрамын республиканың һәр ауыл, ҡалаһы лайыҡлы ҡаршыларға йыйына. Үҙ-үҙеңде изоляциялау осоро булыуа ҡарамаҫтан, һәр төбәктә һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәрен тергеҙеү, улар хөрмәтенә ҡуйылған обелисктарҙы таҙартыу, өмәләр ойоштороу кеүек эштәр башҡарыла.
Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында йәшәүселәр Еңеү байрамына оло бүләк әҙерләй. Совхоздың элекке буш торған ташландыҡ бинаһының стеналарын ағартып, граффити ысулы менән һуғыш темаһына арналған һүрәттәр эшләнелә. Беренсенән, диуарҙағы сағыу һүрәттәр ташландыҡ бинаны йәмләһә, икенсенән бындай алым - йәш быуында үҙенә күрә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙең бер төрө лә. Нисек кенә булмаһын, һуғыш темаһын сағылдырған картиналар бер кемде лә уйландырмай, үткәндәрҙе хәтергә төшөрмәй ҡалмаясаҡ.
Татырүҙәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Салауат Байсурин белдереүенсә, урындағы мәктәптең музыка уҡытыусыһы Оксана Яртым башлағысы менән тормошҡа ашырыла был идея. Ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән бинаның майҙаны тулыһынса ағартылған, эш өсөн махсус буяуҙар һатып алынған. Оксана Михайловна етәкселегендәге төркөм эш башлаған.
Бөйөк Еңеү байрамына был картиналар иң ҙур бүләк булыр, тип ышана барыһы ла.
фото:Салауат Байсурин сәхифәһенән
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: