9 Майҙа - Бөйөк Еңеү көнөндә - Башҡортостанда байрам тантаналары уҙасаҡ, әммә эпидемиологик хәлгә бәйле ул күмәк кешеләр ҡатнашлығында ойошторолмаясаҡ, бер ѳлѳшѳ онлайн тәртиптә үтәсәк.
Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Муниципалитет башлыҡтары һәйкәлдәргә һәм обелисктарға Дан веноктары, сәскә бәйләмдәре һаласаҡ.
"Бындай сараларҙа күмәк кеше ҡатнашырға тейеш түгел, халыҡты йыймағыҙ", - тип билдәлне Радий Хәбиров.
Шулай уҡ “Үлемһеҙ полк”ты һуңыраҡ үткәрергә ҡарар иткәндәр, әле республикала “Полк 2020” интернет-порталы эшләй. Башҡортостан халҡы унда үҙ ҡаһармандары хаҡында мәғлүмәт урынлаштыра ала. Был “Үлемһеҙ полк”тың күсермәһе – ветерандар тураһында иҫтәлекте һаҡлау бурысын атҡарыуға булышлыҡ итә.
Республика Башлығы 9 Майҙа 21.00 сәғәттә “Бер минут тынлыҡ” Бөтә Рәсәй сараһына ҡушылыуҙы һораны.
"Ул – халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығын иҫкә алыуҙың һәм хѳрмәтләүҙең мѳһим мәлдәренең береһе", - тине республика Башлығы.
Мәғлүм булыуынса, 7 майҙан ирекмәндәр ветерандарға бүләк итеп әҙерләнгән аҙыҡ-түлек тупланмаһын тарата башлаясаҡ. Уны республиканың 62 муниципалитетында йәшәгән 932 һуғыш ветераны аласаҡ.
Кәңәшмә алдынан Радий Фәрит улы ошо аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән танышты. Унда 3,5 мең һумға торошло ризыҡ төрҙәре һалынған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Рәмилә Мусина