Бөтә яңылыҡтар
12 Апрель 2020, 15:34

Таҡмаҡтар видеоконкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ

*

Ҡәҙерле ижад һөйөүселәр! Һеҙҙе таҡмаҡтар әйтеше видеоконкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Ижад һөйөүселәр күбәйә, замана менән бергә ҡараштар ҙа үҙгәрә, бәлки, һеҙҙә таҡмаҡтар йыйылып киткәндер? Улайһа был конкурс һеҙҙең өсөн! Әйҙәгеҙ дәррәү генә, күңелле итеп таҡмаҡтар әйтешеп алайыҡ!

Конкурстың маҡсаты:

- башҡорт халҡының ижадын, телен байытыу һәм үҫтереү.

- башҡорт телендә үҙенсәлекле, матур, сифатлы видеолар булдырыу

Таҡмаҡтар әйтешендә кәмендә 2 кеше ҡатнашырға тейеш. Таҡмаҡтарҙы төрлө сығанаҡтарҙан алып та, үҙегеҙ уйлап та яҙырға мөмкин. Төшөрөү идеяһы, сюжеты һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Йәш сикләүҙәре юҡ. Эштә иң мөһиме башҡорт мәҙәниәтен сағылдырыу, күрһәтә белеү. Милли кейемдәр, башҡорт халыҡ инструменттарын ҡулланыу хуплана.

НОМИНАЦИЯЛАР:

1. "Иң оҫта башҡарыусы"

2. "Үҙенсәлекле башҡарыу"

3. "Иң йәш ҡатнашыусы"

4. "Тамаша һөйөүе" ( иң күп "лайыҡ", ҡарау йыйыусы)

5. "Иң үткер ҡатнашыусы"

Видео 3 минуттан артмаһын. Видеояҙмаларҙы Таҡмаҡ Батл төркөмөнә "Яңылыҡ тәҡдим итеү" аша ебәрергә кәрәк. Жюри ағзаһы башҡорт телендә һөйләшеү кимәлен, башҡара белеү оҫталығын, мәҙәниәткә ижади ҡарашты баһалай.

Эштә мотлаҡ яҙылырға тейеш:

- Ҡатнашыусының исем-шәрифе;

- Йәшәү урыны;

- Йәше;

- Электрон почтаһы.

Призлы урынды яулаусылар һәм номинацияла еңеүселәр бүләктәр һәм диплом менән билдәләнәсәк. Бөтә ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыласаҡ.
Читайте нас в