Муҡсаһына дәфтәр генә түгел,
Тейәп алып заман һынауын,
Уҡытыусы атлай!
Баҫам тиеп,
Ҡанһыраған яра һыҙлауын, -
тип уҡытыусыларға рәхмәт һүҙе әйтеп яҙғайныҡ. Бына инде хәҙер дәрестәр өйҙән генә тороп уҙғарыла башланы. Интернетта бер мәғлүмәт йөрөй ине бит әле: ниһайәт, уҡытыусының, табиптың, ғаиләнең ҡәҙерен белдегеҙме, тип һорау ҡуя уны яҙған кеше. Эйе, бик хикмәтле мәлдәр кисерә бар донъя.
"Башҡорт телен ниңә мәктәп өйрәтмәй?" тип ризаһыҙлыҡ белдергән ата-әсәләр ҙә бар ине. Бына хәҙер уҡытыусыларһыҙ ғына көнө буйы бергә торған арала балаларыбыҙҙы башҡортсаға өйрәтеп ҡарайыҡмы әллә? Тырышҡанда - була бит!
Гәзитебеҙҙең сайтын уҡыусыларға бөгөн мин ошондай һорау менән мөрәжәғәт итәм: әле өйҙә торған мәлдә ғаиләлә ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ? Яуаптарығыҙҙы ошо пост аҫтына яҙһағыҙ ине.