Бөтә яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 17:26
Победа 1945-2020

Еңеү тантанаһы

Хәйбулла районында саралар афишаһы

ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫНДА ЕҢЕҮ КӨНӨНӘ ҠАРАТА УҘҒАРЫЛҒАН САРАЛАР АФИШАҺЫ.

Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, быйыл саралар онлайн рәүештә үткәрелә. Район халҡын үҙизоляция режимын үтәүҙе һорайбыҙ, был сараларға барырға кәрәкмәй.

3-7 май
Нимә: Ветеран йәшәгән йорт алдына үҫентеләр ултыртып матурлау
Ҡайҙа: Ветерандар йәшәгән йорт ихаталарында.
Тулыраҡ: Территорияларҙы тәртипкә килтереү, үҫентеләр ултыртыу

1-8 май
Нимә: «Бары бер рәхмәт әйтәсәкбеҙ», "Еңеү әҙәбиәте", "Еңеү вариҫтары" флешмобтары
Ҡайҙа: Социаль селтәрҙәр

11-8 май
Нимә: «Һалдат яҙмышы» бөтә Рәсәй проекты
Ҡайҙа: «Судьба солдата. Онлайн» сайтында



9 майҙа - Еңеү көнөндә уҙғарылған саралар

9
май
Нимә: Һәйкәлдәргә һәм обелисктарға сәскәләр һәм веноктар һалыу тантаналары
Ҡайҙа: Аҡъяр ауылының Еңеү паркы


9 май
Нимә: Ветеран йорто алдында парад
Ҡайҙа: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йортттары алдында парад
Ҡасан: 10:00 сәғәттә.
Тулыраҡ: Йәш армеецтарҙың тантаналы маршы, ҡотлау асылмаларын тапшырыу.


9
9 май
Нимә: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен ҡотлау, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу
Ҡайҙа: Ветерандарҙың өйҙәрендә


9 май
Нимә: Онлайн "Үлемһеҙ полк"
Ҡайҙа: Социаль селтәрҙәр, район үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышына ҡатнашыусыларҙың фотографиялары менән баннерҙар урынлаштырыу


9 май
Нимә: Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты һәм "Еңеү көнө" йырын күмәкләп башҡарыу
Ҡасан: 19:00
Тулыраҡ: 19:00 сәғәттә барлыҡ эфир тулҡындары «Тынлыҡ минутын» тапшырыу өсөн туҡтатыла. Бынан һуң кешеләргә үҙ ветерандарының портретын тотоп балкондарға сығырға йә тәҙрә алдында торорға һәм "Еңеү көнө" йырын башҡарырға кәңәш ителә.


9 май
Нимә: «Еңеү фонарҙаре» бөтә Рәсәй акцияһы.
Ҡайҙа:23:45
Тулыраҡ: 23:45 сәғәттә кешеләр ҡулына "фонариктар" тотоп балкондарға сығалар йәки тәҙрә алдында баҫалар. Был шәм, көнкүреш фонарҙәре, телефон яҡтылығы һ.б. булыуы мөмкин. Акцияның маҡсаты - "Үлемһеҙ полк" менән бергә урамға сыға алмаған осорҙа берҙәмлекте күрһәтеү.


Хөрмәтле хәйбуллалар!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткән көндәрҙә һәм илебеҙҙә, шулай уҡ тотош донъяла күҙәтелгән эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле, зинһар өсөн ӨЙҘӘ ҠАЛЫҒЫҘ! Планда билдәләнгән барлыҡ саралар райондың вазифалы кешеләре һәм ирекмәндәр тарафынан тамашасыларһыҙ үткәреләсәк.

Сараларға барыуҙан тыйылып тороуҙы һәм үҙҡурсалау режимын теүәл үтәүҙе һорайбыҙ.

БАРЛЫҠ САРАЛАР ҘА ОНЛАЙН-РЕЖИМДА ҮТӘ.

Сараларҙың нисек уҙыуы тураһында мәғлүмәттәр гәзитебеҙ сайтында, социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыласаҡ, гәзиттә донъя күрәсәк.

Ихтирам менән, "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите редакцияһы.


Читайте нас: