Бөтә яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 11:43

“Тарихи ғәҙеллек тантана итте”

Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биргән өсөн рәхмәтлебеҙ

Ил Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путинға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биргән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Телефон аша һөйләшеү барышында улар батырҙың исемен мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
“Рәсәй Геройы исеменең совет яугир-интернационалисы Миңлеғәле Шайморатовҡа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан бирелеүе тәрән мәғәнәгә эйә. Уға Советтар Союзы Геройы исемен биреү башланғысы 1948 йылдан уҡ яңғыраған. Әле иһә тарихи ғәҙеллек тантана итте”, – тине Владимир Мединский.
“Президенттың генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирергә ҡарар итеүе тураһында шылтыратып хәбәр иткәс, күңел хистәрем ташты, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ был мәсьәләне күптән күтәрҙек, ил етәкселегенә тарихи ғәҙеллекте тергеҙеүҙе һорап бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттек. Былтыр сентябрҙә Владимир Владимирович менән осрашыуҙа ошо теманы йәнә күтәреп, тейешле документтарҙы тәҡдим иттем. Президент мине ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, һәм шул саҡта ыңғай ҡарарға өлгәшеүебеҙҙе аңланым”.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: