Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә оло ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
“Бөгөн Рәсәй Президенты тарихи хәҡиҡәтте тормошҡа ашырған көн. Мин был хаҡта бик хыялландым. Һуғыш тамамланғандан һуң төрлө инстанцияларға ошо үтенес менән мөрәжәғәт иткән бик күптәр кеүек үк. 1958 йылда был тәҡдимде Семён Буденный үҙе яҙа. Йыл артынан йыл үткән һайын, хат артынан хат тейешле структураларға барған, әммә бөтә мөрәжәғәттәр ҙә ҡаты нормативтарға юлығыу сәбәпле, уларҙы үтәп булмаған.
Нимә хаҡында һуң һүҙ? Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Бер киносценарист та бындай ғүмер юлын яҙа алмаҫ ине – хәрби, мажаралы һәм, бер үк ваҡытта, шул тиклем фажиғәле. Генерал Шайморатов дивизияһындағы һымаҡ Советтар Союзы Геройҙары һаны бөтә СССР армияһының ике хәрби подразделениеһында ғына булған.
Был һыбайлылар дошмандың ҡотон алған. Шулай уҡ һуңғы походта ла. Дивизия байрағын ҡотҡарыусылар төркөмө менән бергә сигенһә, Шайморатов иҫән ҡалыр ине. Ләкин ул һуңғы алышты ҡабул итеүҙе һәм күҙгә күренеп килгән әжәлде үҙенең төп көстәре менән ҡаршы алыуҙы өҫтөн күрә... Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы, сөнки үлеменең шарттары билдәле түгел ине, ә регламент буйынса – барыһы ла асыҡланырға тейеш.
Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы. Һәм бик һирәк була торған иҫкәрмә ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде.
Тотош ер шарына ҙур һынауҙар килгән йылда бының тормошҡа ашыуы үҙе бер символик мәғәнәгә эйә төҫлө. Был донъяла бер нәмә лә юҡҡа түгел. Уйланырға мәжбүр итә. Беҙгә данлы тарихыбыҙ эргәһендә берләшергә кәрәк. Бөйөк кешеләрҙең лайыҡлы вариҫы булыу мөһим.
“Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!” – тип ҡабатлаған генерал Шайморатов үҙенең яугирҙарын яуға күтәргәндә. Беҙ ҙә бер ҡасан да баш бирмәйәсәкбеҙ. Бер ниндәй ҡурҡыныс дошман алдында да, 21-се быуаттың һис ниндәй эпидемияһы алдында ла».
Сығанаҡ:"Башҡортостан" гәзите.