2020 йылдың 5 мартында танылған башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулды. Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы Һәҙиә Дәүләтшинаның ижадын пропагандалау, өйрәнеү, шиғри һәләттәрҙе асыу, туған телебеҙгә ихтирамды арттырыу, илһөйәрлек тойғоһо булдырыу маҡсатында видеоконкурс ойошторҙо.
Үҙәк район китапханаһы ла был конкурста әүҙем китап уҡыусылары менән ҡатнашып, хаҡлы рәүештә призлы урындар яуланы.
Төрлө йәштәгеләр араһында II урынды яулыусылар:
Лира Хәлит ҡыҙы Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы, Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романынан өҙөк;
Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы Юнысова, Аҡъяр ауылы, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, Һәҙиә Дәүләтшинаның «Йондоҙҙарға серем өләштем» шиғыры.
Рәмзиә Абдрахман ҡыҙы Дәүләтҡолова, 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыһы, Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романынан өҙөк.