Бөтә яңылыҡтар
24 Март 2020, 00:07

Әҙәби-ҡунаҡхана «Шиғриәттә – рухи хазина»

Үҙәк район китапханаһында Хәйбулланың һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәренең «Аҫылташ» әҙәби-ижад берекмәһе «Шиғриәттә – рухи хазина» исемле әҙәби-ҡунаҡханаға йыйылды.

21 март бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ошо көнгә арнап, үҙәк район китапханаһында Хәйбулланың һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәрҙең «Аҫылташ» әҙәби-ижад берекмәһе «Шиғриәттә – рухи хазина» исемле әҙәби-ҡунаҡханаға йыйылды

Әҙәби кисәлә һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыусылар араһында «Асыҡ микрофон» иғлан ителде. Зилиә Ишкилде ҡыҙы Кужәбәкова 2019 йылда донъя күргән кескәй балалар өсөн тәғәйенләнгән «Аҡ йондоҙҙар» исемле шиғырҙар йыйынтығы менән таныштырҙы. Был йыйынтыҡ аша шағирәбеҙ үҙенең бәхетле бала саҡ иленә әйләне ҡайта, балаларҙы ихлас яратыу хисе, уларға арнап яҙған наҙлы шиғырҙары бөтә сабыйҙарҙы бәхетле итергә тырыша. «Ҡыҙыл үҙәк сейәһе», «Шуҡ сана», «Яуыз әтәс» шиғырҙарын уҡып ишеттергән саҡта үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән бала саҡ йылдарыбыҙға юл тотоп, шуҡ бала саҡтағы сағыу мәлдәрҙе иҫләп кинәндек. Шулай уҡ, Зилиә Ишкилде ҡыҙы «Мудрость Лукмана аль-Хаким» исемле нәсихәттәрҙе руссанан башҡорт теленә тәржемә иткән. «Лоҡман Хәкимдең хикмәтле нәсихәттәре ғаиләләрҙе тарҡатмаҫҡа, тәүфиҡле балалар үҫтереүгә, ғөмүмән бәхетле тормош көтөргә ярҙам итә», - тигән фекере менән бүлеште Зилиә Ҡужәбәкова.

«Аҫылташ» әҙәби-ижад берекмәһенә үҙ теле, үҙ әйтер һүҙе булған, ошо илаһи көстөң асылын бар күңеле менән тойған, һағышлы хистәр менән һуғарылған хикәйәләре, шиғырҙары менән килеп ингән Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы Юнысова үҙенең тормош юлы һәм ижады менән таныштырып үтте. Районыбыҙҙың гүзәл тәбиғәтле, йәмле Һаҡмар йылғаһы эргәһендә урынлашҡан Һаҡмар-Наҙарғол ауылында тыуып үҫһә лә, ғүмеренең байтаҡ ваҡытын сит яҡтарҙа үткәрә ул. Тап ошо һағыныу, юҡһыныу хистәре күңеленән аҡ ҡағыҙ биттәренә урғылып сыға. Тыуған яҡтарға ҡайтып төпләнеү, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен, атайсалының йылы ҡосағын тойоу уның йөрәгенән шиғри тулҡындар шишмәһе булып ауаз һала. Фәрҙиә Юнысованың ижады тормошсан, талапсан, ғәзиз төйәгенә булған эскерһеҙ мөхәббәт, өмөт-хыялдар менән һуғарылған. Әлбиттә, күңел ҡылдарын сирткән, йөрәк һүҙҙәренән тупланған рухи хазина бер китап булып тупланып, үҙ уҡыусыһын табырға тейеш, тигән теләктәрен белдерҙе ҡатнашыусылар.

Әҙәби-ҡунаҡханаға килгән һәр яҙыусы ла үҙҙәренең шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе. Бер-беребеҙгә илһам өләшкән, рухыбыҙҙы байытҡан ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине, тигән изге теләктәрҙә таралышты һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙ.
Үҙәк район китапханаһы төркөмөнән алынды
Читайте нас: