Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2020, 14:27

Тыл ветерандарын тәбрикләнеләр

Оло Әбеш ауылынан Ишмөхәмәтова Нәбирә Йәнсура ҡыҙына, Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Теләүғолова Бибисара Саҙрый ҡыҙына һәм Әхмәтова Рәшиҙә Мәхмүт ҡыҙына "1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл" юбилей миҙалын тапшырылды

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2019 йылдың 13 июнендәге Указына ярашлы, тыл ветерандары Оло Әбеш ауылынан Ишмөхәмәтова Нәбирә Йәнсура ҡыҙына, Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Теләүғолова Бибисара Саҙрый ҡыҙына һәм Әхмәтова Рәшиҙә Мәхмүт ҡыҙына "1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл" юбилей миҙалын тапшырыу саралары үтте. Инәйҙәрҙең һаулығын иҫәпкә алып саралар өйҙәренә барып үткәрелде. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ.
Читайте нас: