Бөтә яңылыҡтар
21 Март 2020, 16:58

Федоровка сельсоветы Сиҙәм ауыл биләмәһенән «Һин һулаһын өсөн…» район Еңеү марафоны штандартын ҡабул итте

*

19 мартта Федоровка сельсоветы Сиҙәм ауыл биләмәһенән «Һин һулаһын өсөн…» район Еңеү марафоны штандартын ҡабул итте.
Сара барышында Хәйбулла районы муниципаль район Советы секретары Салауат Байғабулов сәләмләү һәм ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап, урындағы ветерандарға «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Концерт ҡатнашыусылары башҡарыуында сәхнәнән Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына һәм ҡаһармандарына арналған шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Шулай уҡ улар ҡуйған театраль номерҙар ҙа тамашасыларға хуш килде. Концерт бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Читайте нас: