Бөтә яңылыҡтар
17 Март 2020, 00:25
Победа 1945-2020

Хәтер стенаһы

Уҙған йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың 1000 яҡын фотоһүрәте баннерға ҡуйылды. //

Хәтер стенаһы

2015 йылдан беҙҙең районда социаль әһәмиәттәге “Хәтер стенаһы” проекты тормошҡа ашырыла.

Уҙған йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың 1000 яҡын фотоһүрәте баннерға ҡуйылды.

2020 йылда Еңеү көнөнә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты, хәйбуллаларҙың һорауы буйынса, ошо проектты тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү буйынса ҡарар ҡабул итте.

2020 йылдың 20 апреленә тиклем теләгән һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фотоларын “Хәтер стенаһы”на индереү өсөн муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлегенә ( 24-се бүлмә) алып килә ала.

Читайте нас: