Бөтә яңылыҡтар
16 Март 2020, 23:44
Победа 1945-2020

Өфө «Еңеү эшелоны-2020» маршрутына инде

«Еңеү эшелоны-2020» мәғлүмәт биреү һәм пропагандалау акцияһының маршруты: Иркутск — Красноярск — Новосибирск — Омск — Төмән — Силәбе — Өфө — Һамар — Пенза — Саранск — Ҡазан — Ижевск — Пермь — Екатеринбург //

«Еңеү эшелоны-2020» мәғлүмәт биреү һәм пропагандалау акцияһының маршруты: Иркутск — Красноярск — Новосибирск — Омск — Төмән — Силәбе — Өфө — Һамар — Пенза — Саранск — Ҡазан — Ижевск — Пермь — Екатеринбург.

Үҙәк хәрби округы командованиеһы республика башлығына акцияны үткәреүҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Акцияны 24 апрелдә Иркутск ҡалаһында башлап, 8 майҙа Екатеринбург ҡалаһында тамамларға тәҡдим ителә. Өфөгә эшелон 2020 йылдың 1 майында иртәнге 11-се 10 минутҡа килеп етергә, 5 сәғәт 52 минут торғандан һуң, көндөҙгө сәғәт 5-се 2 минутта ҡуҙғалырға тейеш.

Хәрби эшелон составында 18 вагон: 4 пассажир вагоны, 4 багаж вагоны, хәрби техниканың тарихи өлгөләре өсөн 6 платформа, платформа-сәхнә, музей һәм медицина тәьминәте өсөн 2 ябыҡ вагон, вагон-ресторан.

«Акция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан уҙғарыла, — тип хәбәр итте Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-лейтенант Михаил Теплинский. — Был традицияны тергеҙеү Бөйөк Ватан һуғышында еңеү һәм унда совет халҡының юғалтыуҙары тураһында хәтерҙе һаҡлау өсөн кәрәк».

http://www.bashinform.ru/news/1425468-ufa-voshla-v-marshrut-eshelon-pobedy-2020/

Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: