Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2020, 00:55
Победа 1945-2020

“Ветеран эргәбеҙҙә йәшәй” акцияһы

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй.//

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй.

Һәр беребеҙ өсөн әһәмиәтле байрамды ойоштороуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә.

2-се Аҡъяр мәктәбенең “Һәр ваҡыт алға ынтыл” ирекмәндәр хәрәкәте һәм “Берҙәмлек” мәктәп үҙидаралығы (етәксеһе А.Рәсембәтова)

“Ветеран эргәлә йәшәй” акцияһын ойошторҙо.

“Изгелек каникулға китмәй” грант программаһы сиктәрендә уҡыусылар үҙ көстәре менән почта йәшниктәре эшләгән. Улар ветерандарға хөрмәтен үҙҙәренең ижади эштәре менән күрһәтә. Һәр класс үҙ бүләген шефлыҡҡа алған ветерандарға тапшыра.

#күпертв #маоусош2акъяр

Читайте нас: