Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2020, 22:22
Победа 1945-2020

Аҡъяр – Степной – Иләс – Яңы Ергән маршруты буйынса саңғыла йөрөү марафоны уҙғарылды

Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды

Бөгөн 5 мартта барлыҡ саңғы спортын һөйөүселәрҙең, шулай уҡ сәләмәт тормош яҡлыларҙың Аҡъяр – Степной – Иләс – Яңы Ергән маршруты буйынса саңғыла йөрөүҙә ҡатнашырға мөмкинлек булды. Әйткәндәй, Еңеүҙең 75-йыллығына арналған сарала 47 саңғысы ҡатнашты, улар барлығы 25 километр юл үтте.

Марафон Аҡъяр ауылының Еңеү паркында митинг, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм Советтар Союзы Геройы Ҡ.Х.Әхмәтшин һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу менән башланды. Артабан саңғысылар ике тапҡыр Советтар Союзы Герой М.Гәрәев урамы – Советтар Союзы Геройы Ҡ.Әхмәтшин урамы маршруты аша үтеп Степнойға йүнәлделәр. Степной, Иләс һәм Яңы Ергән ауылдарында ла митинг һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәленә сәскәләр һалыу уҙғарылды.

Читайте нас: