Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2020, 17:34
Победа 1945-2020

Бергәләп саңғыға баҫайыҡ!

5 мартта барлыҡ саңғы спортын һөйөүселәрҙе, шулай уҡ сәләмәт тормош яҡлыларҙы Аҡъяр – Степной – Иләс – Яңы Ергән маршруты буйынса саңғыла йөрөүҙә ҡатнашырға саҡырыла

5 мартта барлыҡ саңғы спортын һөйөүселәрҙе, шулай уҡ сәләмәт тормош яҡлыларҙы Аҡъяр – Степной – Иләс – Яңы Ергән маршруты буйынса саңғыла йөрөүҙә ҡатнашырға саҡырыла. Сара Еңеүҙең 75-йыллығына арнала.

Программаһы

10:00-10:30 – Аҡъяр ауылының Еңеү паркында ҡатнашыусыларҙы теркәү;

10:30-11:00 – митинг, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм Советтар Союзы Геройы Ҡ.Х.Әхмәтшин һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу;

11:00 – саңғы йөрөшө старты;

11:00-13:00 – Аҡъяр ауылының Еңеү паркы – ике тапҡыр Советтар Союзы Герой М.Гәрәев урамы – Советтар Союзы Геройы Ҡ.Әхмәтшин урамы – Степной;

13:00-14:00 – Степной ауылы – митинг, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәленә сәскәләр һалыу, сәй эсеү;

14:00-15:00 – Степной – Иләс;

15:00-15:30 – Иләс ауылы – митинг, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәленә сәскәләр һалыу;

15:30-16:30 – Иләс – Яңы Ергән;

16:30-17:00 – Яңы Ергән ауылы – митинг, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәленә сәскәләр һалыу, сәй эсеү.

17:30 – ҡайтыу.

Ойоштороу комитеты.

Читайте нас: