Әбүбәкер күп функциялы ауыл клубында еңеү батырҙарын иҫкә алып, патриотик йүнәлештәге “Хәтер мәңгелек” проекты сиктәрендә, “Беҙ хәтеребеҙгә тоғро!” тип аталған хәтер кисәһе үтте.
Сынбулатовтар династияһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған туғандарын иҫкә алыу, тыл ветерандарын хөрмәтләү маҡсатында йыйылды.
Сара башында яуҙа һәм тылда һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән хәтергә алғас, имам хәҙрәт Юлай Юнысов һуғышта баш һалған яугирҙар иҫтәлегенә аят уҡыны.
Яугирҙарҙың бөгөнгө вариҫтары сәхнәгә сығып, ҡулдарына ҡорал алған аталары, ҡартаталары, фиҙакәр хеҙмәте менән еңеү көнөн яҡынлатҡан тыл хеҙмәтсәндәре тураһында һөйләне. Улар бала саҡтарын, һуғыш йылдарын иҫкә алды, 1945 йылғы Еңеү яҙы тураһында хәтирәләрен яңыртты.
Ошонда уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, геройҙарға арналған күргәҙмә ойошторолдо, ғаилә архивынан иҫтәлекле фотоһүрәттәр, видеосюжеттар күрһәтелде.
Илһөйәрлек кисәһендә ҡатнашыусылар саранан рухланып, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп таралышты. Еңеү йылына 75 йыл үтһә лә, хәтирәләр, дәһшәтле йылдар бөгөнгөләй халыҡ хәтерендә.