Аҙнабаев Сәмиғулла Ғиззәт улы 1923 йылдың 15 декабрендә Аҡҡужа ауылында ишле ғаиләлә кинйә бала булып донъяға килгән. Атаһы бик иртә мәрхүм була. 3 классты ғына тамамлаған 9-10 йәштәрҙәге үҫмер малайға, апай -ағайҙарына эйәреп, колхоздағы төрлө эштәрҙә ҡатнашырға тура килә. Үҙ йәшенә ҡарата бик иртә икмәк игеү, ерҙе эшкәртеү кеүек эштәрҙең серҙәренә өйрәнә ул.
1942 йылдың 5 мартында хәрби хеҙмәткә алынып, ҡан ҡойғосло Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ленинград фронтының Новгород артиллерия бригадаһы составында орудие номеры булараҡ хеҙмәт итә. Герой-ҡаланы һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1942 йылдың 22 декабрендә «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Каулаци тирәһендәге алыштарҙың береһендә артиллерия орудиеһын хеҙмәтләндергән өс һалдаттың икеһе сафтан сыға. Немецтар бер ниндәй тәнәфесһеҙ ут сәсә. Әммә иҫән ҡалған Сәмиғулла Аҙнабаев ҡаушап ҡалмай, өс кеше урынына бер үҙе орудиенан туҡтауһыҙ ут яуҙыра. Помпали янындағы алышта атыу ҡоралдарына боеприпастар бөткән ваҡытта, ул 300 метр алыҫлыҡҡа 20 мәртәбә ут асып дошмандың контрһөжүмен кире ҡағырға мөмкинлек биргән. Был алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
Сәмиғулла Ғиззәт улы Новгород, Псков, Остров ҡалаларын, Ленинградты блокаданан, Эстония һәм Латвияны азат итеү өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана. Эргәлә генә шартлаған мина, снаряд ярсыҡтарынан контузия ала. Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, бары тик 1946 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа ҡарты ла, йәше лә берҙәм эшкә тотона. Сәмиғулла Аҙнабаев «Ҡыҙыл таң» колхозында хеҙмәт юлын башлай. Партия ағзаһы була. Эш барышында тракторист, шофер һөнәрен үҙләштерә. Зарифа Абдрахман ҡыҙына өйләнә. Әйткәндәй, ул тыл ветераны, 12 генә йәшендә хеҙмәт юлын башлаған.
1954 йылда сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһына старт бирелә, Сәмиғулла Ғиззәт улы тәүгеләрҙән булып был эшкә ҡушыла. Ул Аҡъяр совхозының Юлбарыҫ бүлексәһендә тракторсы-комбайнсы булып ике таҡмалы «Сталинец» комбайнында һәм ЧТЗ тракторында эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн һанһыҙ почет грамоталары, значок һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Үкенескә күрә, һуғышта алған яралар, контузиялар үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. 1972 йылда, 49 йәшендә генә Сәмиғулла Аҙнабаев йөрәк өйәнәгенән вафат була.
Уның өсөн йөрәгебеҙҙә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо һаҡлайбыҙ. Сөнки ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ла, Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүсе хеҙмәт алдынғыһы ла!
Ике таҡмалы «Сталинец» комбайны эргәһендә (1954 йыл)
Ырҙында иген таҙартҡанында (1964 йыл)