Бөтә яңылыҡтар
8 Февраль 2020, 01:15

Районда Еңеү марафоны старт алды

-

Бөгөн Аҡъяр ауылының ойошмалары, предприятиелары, учреждениелары һәм ауыл биләмәләре араһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Рәсәй Федерацияһында Хәтер һәм Дан йылына арналған Еңеү марафоны старт алды.
Тәүгеләрҙән булып сығыш яһау хоҡуғы И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына һәм Әбеш ауыл биләмәһенә бирелде.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысовҡа һәм Аҡъяр тау колледжы директор урынбаҫары Азат Нарбутинға Еңеү штандартын тапшырҙы.
Читайте нас: