Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель , 15:50

Улар күҙгә күренмәгән дошман менән көрәшкәндәр

38 йыл элек һәр кемде тетрәндергән ваҡиға – Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләре әле лә үҙен оноттормай. Иҫтәлекле дата айҡанлы район музейында йөкмәткеле сара үтте.

Улар күҙгә күренмәгән дошман менән көрәшкәндәр
Улар күҙгә күренмәгән дошман менән көрәшкәндәр

38 йыл элек һәр кемде тетрәндергән ваҡиға – Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләре әле лә үҙен оноттормай. Радиация эҙемтәләрен бөтөрөүгә бөтә илдән кешеләрҙе йыялар. Ҡот осҡос техноген һәләкәт күптәрҙең ғүмерен ҡыйҙы, инвалидлыҡҡа дусар итте, яңы быуын сәләмәтлегендә лә фажиғә сағылыш тапты.

Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәттәр ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында йөкмәткеле сара ойошторолдо. Бында 3-се Аҡъяр мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары атом станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан райондашыбыҙ Бүребай ауылынан Айса Саламатов,  шулай уҡ Ғәйзулла Тусалиндың тол ҡатыны Сәрүәр Ситдиҡ ҡыҙы менән осрашты. Ҡот осҡос техноген һәләкәт эҙемтәләренең шаһиты Чернобылдә булғандары һәм күргәндәре, станцияла хеҙмәт итеүҙәре, тораҡ пункттарҙа дезактивациялау уҙғарыу тураһында һөйләне.  Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова сәләмләп, яҡташ-чернобылселәр тураһында әйтеп үтте. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, айыурыуса Яңы Ергән мәктәбенән 9-сы класс уҡыусыһы Вадим Нурбулатов әүҙемлек күрһәтте. Баҡтиһәң, физика фәнен үҙ иткән егет Чернобыль һәләкәте менән электән ҡыҙыҡһына икән һәм бына инде өсөнсө йыл рәттән район музейында уҙған сараға килгән. Аҙаҡ музей хеҙмәткәре Гөлсирә Карсанова уҡыусыларҙы «Чернобыль һалдаттары» тип аталған күргәҙмә менән таныштырҙы.

Чернобыль һүҙе кеше ҡайғыһы һәм хәсрәте, шулай уҡ ул Чернобыль атом станцияһы эҙемтәләрен бөтөрөү ваҡиғаларында ҡатнашҡан кешеләрҙең ҡаһарманлығы символы булып ҡала.

БЕЛЕШМӘ:

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр стан цияһының 4-се энергоблоктағы 8-се турбогенераторға проект һынауы үткәргәндә шартлау була, ул реакторҙы тулыһынса емерә. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәрҙең төп өлөшө 1986—1987 йылдарҙа башҡарыла, уларҙа яҡынса 240000 кеше, шул иҫәптән 15 райондашыбыҙ ҡатнаша. Ликвидаторҙарҙың дөйөм һаны (артабанғы йылдарҙағыларын да һанағанда) йәмғеһе 600000-гә етә. Һөҙөмтәлә Припять ҡалаһы һәм уның тирәләй үлемес ле радиация тарала. Һандар теле менән әйткәндә, 200 тоннаға яҡын радиоактив матдә ырғытыла, зыян күләме йөҙҙәрсә тапҡырҙан артып китә. Ә Чернобыль халҡы Хиросимаға төшкән атом бомбаһы шартлауынан 90 тапҡыр артығыраҡ нурланыуға дусар була. Был эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең   һаулыҡтары ҡаҡшай, күптәре ваҡытынан алда вафат булып ҡала.

Улар күҙгә күренмәгән дошман менән көрәшкәндәр
Улар күҙгә күренмәгән дошман менән көрәшкәндәр
Улар күҙгә күренмәгән дошман менән көрәшкәндәр
Улар күҙгә күренмәгән дошман менән көрәшкәндәр
Улар күҙгә күренмәгән дошман менән көрәшкәндәр
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: