Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель , 12:46

"Тушенка өсөн ҙур рәхмәт!"

Яугирҙар хәйбуллаларға рәхмәт белдерҙе

"Тушенка өсөн ҙур рәхмәт!"
"Тушенка өсөн ҙур рәхмәт!"

Игеҙәктәр Илшат һәм Иршат Үлйәбаевтарҙы Хәйбулла районы халҡы яҡшы белә. Улар 2007 йылдан ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бөгөн “Үлйәбаев И.Г” крәҫтин-фермер хужалығы булараҡ дан алған. Малсылыҡ буйынса ла эш алып баралар, үҫемлекселек менән дә шөғөлләнәләр.

Махсус операция башланғандан улар яугирҙарға ярҙам күрһәтә. Аҡсалата ла, әйберләтә лә. Хәйбулла фермерҙары УАЗ ебәргәндә лә үҙ өлөшөн индергәндәр.  Күптән түгел Үлйәбаевтар хужалығында йылҡы малы һуйҙылар. Йылҡыны салғанда мулла доға уҡып, ир-егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуын, донъябыҙға тыныслыҡ килеүен теләне. Фермерҙарҙың ҡатындары Юлиә һәм Фирүзә 50 банка быҡтырылған ит әҙерләне. 

"Ошо арала күстәнәстәр хәрбиҙәргә барып етте һәм улар хәйбуллаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ремонт бригадаһы егеттәре тәмле һәм туҡлыҡлы киске аш ашай алыуына шат. Улар тәүлек буйына транспорттың бөтә төрҙәрен ремонтлау менән мәшғүл. Шулай уҡ махсус кейем өсөн рәхмәт белдерҙеләр", - тип хәбәр итә ирекмәндәр. 

Яугирҙар иҫән-һау йөрөп, тыуған яғына, ғаиләләренә имен-һау әйләнеп ҡайтһындар. Ә Үлйәбаевтар ғамләһенә именлек, изге ғәмәлдәрегеҙҙең сауабы насип булһын!   

фото:РОДНОЙ ТЫЛ.ХАЙБУЛЛА төркөмө

"Тушенка өсөн ҙур рәхмәт!"
"Тушенка өсөн ҙур рәхмәт!"
"Тушенка өсөн ҙур рәхмәт!"
"Тушенка өсөн ҙур рәхмәт!"
Автор:Резеда Валиева, «Атайсал» гәзите
Читайте нас: