Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
6 Май , 21:43

Рәсәйҙә 7 майҙа Владимир Путиндың инаугурацияһы була

    

Рәсәйҙә 7 майҙа Владимир Путиндың инаугурацияһы була
Рәсәйҙә 7 майҙа Владимир Путиндың инаугурацияһы була

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инаугурацияһы 7 майҙа Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Тантана Кремль һарайында була һәм Президент полкының парады менән тамамлана.

Инаугурация алдынан дәүләт башлығы отставкаға китергә тейешле ил хөкүмәте менән осрашыу үткәрә, тип хәбәр итә ТАСС. Һуңынан Путин Рәсәй Министрҙар кабинеты рәйесе кандидатураһын Дәүләт Думаһына ҡарауға индерә, шулай уҡ үҙенең хакимиәтен формалаштыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлауҙа Путин 87,28% тауыш йыйған. Башҡортостанда уны халыҡтың 90,96% хуплаған. Илдә һайлауға килеү күрһәткесе 77,49% тәшкил иткән. Һайлауҙа 87 576 075 кеше ҡатнашҡан.

Фото:kremlin.ru

Сығанаҡ:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: