Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май , 15:19

Бөйөк Ватан һуғышы—һәр ғаилә тарихында!

Хәйбулла редакцияһы коллективы: “Тыныс тормош бүләк иткән ата-бабаларыбыҙҙы онотмайбыҙ”!

Бөйөк Ватан һуғышы—һәр ғаилә тарихында!
Бөйөк Ватан һуғышы—һәр ғаилә тарихында!

Беҙ тыныс тормошта үҫтек. Алаға шөкөр, бер ҡасан да  снарядтар шартлағанын,  фашист бомбаларының йорттарҙы шартлатҡанын күрмәнек, аслыҡ-яланғаслыҡты, һыуыҡ окоп һәм бәләкәй генә хәрби паектың нимә икәнлеген дә белмәйбеҙ! Бөгөнгө йәшәйешебеҙ өсөн Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына рәхмәтлебеҙ. Бөгөнгө көндә Хәйбулла районында бары тик ике ветеран сафта. Улар Аҡъярҙан 100 йәшлек Фәтхулла Юламанов һәм Бүребайҙан 99 йәшлек Николай Гаврилов.  Илебеҙ батырҙарының  күҙ йәше аша һөйләгән һуғыш хәтирәләре, Еңеүгә тос өлөш индергән тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте онотолмай. 

Хәйбулла мәғлүмәт үҙәгенең “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәрендә эшләгән бәләкәй генә коллективта ла күптәрҙең ата-бабалары һуғыш утын үткән. Улар күптән  мәрхүм, әммә уларҙың рухы, яҡты хәтирәләр ейән-ейәнсәрҙәре йөрәгендә йәшәй. Батырҙар менән ғорурланабыҙ!

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: