Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель , 20:59

Башҡортостанда контракт төҙөһәң - 400 мең һум

Контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйылды

Башҡортостанда контракт төҙөһәң - 400 мең һум
Башҡортостанда контракт төҙөһәң - 400 мең һум

26 апрелдә аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән кешеләргә 205 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын хәбәр итте.

Ярҙам сараһы 2024 йылдың 1 майынан 1 сентябренә тиклем Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөгән осраҡта Башҡортостандың хәрби комиссариаттары тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Рәсәй граждандарына ҡағыла. Өфөлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән сит ил граждандарының да түләмгә хоҡуғы бар.

– Шул рәүешле килешеү төҙөгәндә кешеләр 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Шуларҙың 205 меңе - Башҡортостандан, 195 мең һумы - Рәсәй Оборона министрлығынан, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бынан тыш, ҡайһы бер муниципалитеттар өҫтәмә түләүҙәр башҡара. Был артабан беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәр менән махсус хәрби операция зонаһында бәйләнеш тоторға һәм уларға ярҙам итергә мөмкинлек бирә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: