Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Май , 21:35

«Китап-байрам»да Баязит Бикбай иҫтәлегенә саралар ойошторола

   

«Китап-байрам»да Баязит Бикбай иҫтәлегенә саралар ойошторола
«Китап-байрам»да Баязит Бикбай иҫтәлегенә саралар ойошторола

«Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә илебеҙ әҙәбиәтенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән яҙыусыларға һәм шағирҙарға арналған саралар айырым урын биләй. Уларҙың береһе – шағир, прозаик, драматург, публицист, либретто яҙыусы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Баязит Бикбай.

Уның талантлы әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәте үҫешендә мөһим урын биләй. 1932 йылда «Үтеп барған көндәр» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң «Урман артында», «Яҡты ер» китаптары донъя күрә. Баязит Бикбай 40-ҡа яҡын шиғырҙар һәм поэмалар, очерктар һәм хикәйәләр, либреттолар һәм пьесалар, повестар һәм «Аҡселән ташҡанда» романы авторы. Ул рус яҙыусылары Толстой, Тургенев, Горькийҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемәләй. 1937 йылдан драматургияла ла уңышлы эшләй, тәүге тапҡыр «Ҡарлуғас» драмаһы менән сығыш яһай.

Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте үҫешендәге ҙур хеҙмәттәре өсөн Баязит Бикбай Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм «Почет билдәһе» ордены менән наградлана. 1970 йылда (үлгәндән һуң) уға Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә.

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге урам Баязит Бикбай исемен йөрөтә, Ленин урамында ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ тора.

Барыһын да 24-26 майҙа Өфөнөң Совет майҙанына «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә саҡырабыҙ. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: