Бөтә яңылыҡтар

Ауылда бер юлы өс йорт янған

Ир менән ҡатын утты үҙаллы һүндереп маташҡан. Ә унда өс газ баллоны булған...     

Ауылда бер юлы өс йорт янған
Ауылда бер юлы өс йорт янған

Дүртөйлө районында ҡот осҡос янғын булған. "Ҡыҙыл әтәс" бер юлы өс йортто ялмаған. Бынан тыш, гараж һәм хужалыҡ бинаһы, мунса, ике мотоблок һәм өс мотоцикл янған.

Янғын сығыуы тураһында хәбәр алынғас та, ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм "Роснефть" янғын һүндереүселәре, яҡындағы өс ауыл биләмәһе ирекмәндәре юллана. Бәхеткә күрә, улар ике пропан һәм бер кислород баллонын эвакуациялап өлгөрә, улар ҙа шартлаһа - хәл тағы ла ҡырҡыуыраҡ төҫ алыр ине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды үҙ аллы һүндергәндә 1961 йылғы ир менән ҡатын төтөнгә ағыуланған, тәндәре бешкән. Улар дауаханаға оҙатылған.

Янғын сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе асыҡлай. Утты һүндереүгә 15 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән.

Йорт-баҡса тирәһендә үлән, ҡый яндырмағыҙ, бигерәк тә ел ваҡытында һаҡ булығыҙ. 

Фото: МЧС РБ.

Ауылда бер юлы өс йорт янған
Ауылда бер юлы өс йорт янған
Ауылда бер юлы өс йорт янған
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: