Бөтә яңылыҡтар

Еңел аҡса эшләйем тип...

Баймаҡтан 16 йәшлек үҫмергә 20 йылға тиклем колония янай

Еңел аҡса эшләйем тип...
Еңел аҡса эшләйем тип...

Сибай район-ара тәфтиш бүлеге Баймаҡта йәшәүсе 16 йәшлек үҫмергә ҡарата «бер төркөм кешеләр тарафынан алдан килешеп, наркотик матдәләр һатыуға маташыу» һәм «ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе һатыуға маташыу» статьялары буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләү буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ғәйепләнеүсе билдәһеҙ кеше менән интернетта килешеп эш иткән. 2024 йылдың февралендә Сибай территорияһында ул йәшерен урын-закладка аша наркотиктар партияһын ала, артабан уны йәшерен урындар аша ла һатырға тейеш була. Әммә ул ниәтен тормошҡа ашыра алмай, сөнки уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Шәхси тикшереү барышында бәлиғ булмаған үҫмерҙән дөйөм ауырлығы 25 граммдан ашыу булған синтетик сығышлы наркотик менән 16 төргәк һәм кеҫә телефоны тартып алына, унда йәшерен урындың урынын һәм координаталарын күрһәткән фотоһүрәт табыла. Һуңыраҡ унда үҫемлек сығышлы наркотик табыла һәм тартып алына.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Хәҙер раҫланған ғәйепләү һығымтаһы менән енәйәт эше судҡа асылы буйынса ҡарау өсөн ебәрелгән.

«Хөрмәтле ата-әсәләр һәм опекундар, балаларға бындай законһыҙ эш хаҡының хәүефлелеге һәм эҙемтәләре тураһында аңлатығыҙ. РФ Енәйәт кодексының 228.1 статьяһының 4-се бүлегендәге санкция 10 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота», - тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға төбәк тәфтиш идаралығында.

фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: