Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Май , 21:41

“Агротуризм” грантына документтар ҡабул ителә

Башҡортостан эшҡыуарҙарынан ғаризалар төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә. Һуңғы көн – 24 май.

“Агротуризм” грантына документтар ҡабул ителә
“Агротуризм” грантына документтар ҡабул ителә

Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығында 2025 йылға “Агротуризм” грантына документтар ҡабул ителә башланы. Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙарынан ғаризалар төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә. Федераль аграр ведомствола документтар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө – 24 май.

 – Беҙҙең республика “Агротуризм” федераль проектында әүҙем ҡатнаша, – ти республиканың Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Өс йыл эсендә Башҡортостандан туғыҙ проект еңеүсе булды, уларға дөйөм алғанда 58,7 миллион һум бюджет аҡсаһы бүленде.

Рәсәй буйынса алғанда, 2022 йылдан башлап “Агротуризм” грантына конкурста 53 төбәктән 121 проект ҡатнашып еңеүсе булды. Федераль ярҙамдың дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һум тәшкил итте. Был конкурс республикала “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект «Туризм и индустрия гостеприимства») сиктәрендә Президент Владимир Путин ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: